Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Барыһы ла Еңеү өсөн
21 Февраль , 05:18

Социаль фонд: МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам тураһында

2026 йылда Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе махсус операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам күрһәтеүен дауам итә.

Ниндәй ярҙам саралары ҡаралған?
  • Аҡсалата түләүҙәр: айлыҡ пособиелар, пенсиялар.
  • Медицина ярҙамы һәм дауалау: шифахана-курортта дауаланыу, медицина реабилитацияһы, бушлай дарыуҙар, дауалау һәм ял итеү урындарына барыу.
  • Техник реабилитация саралары (ТСР).
  • Балаларға пособиелар.

Түбәндәге аспекттарға етди иғтибар бирелә:

  • Страховка стажын арттырыу: бер йыл МХО-ла ҡатнашыу өсөн ветеран ике йыл стаж һәм икеләтә күләмдә коэффициенттары ала (1,8 урынына 3,6).
  • МХО-ла яраланған һәм инвалид булып ҡалған яугирҙәр икенсе пенсия алырға мөмкин.
  • МХО ветерандары электрон сертификат ярҙамында кресло-коляскалар, протездар һәм ишетеү аппараттары кеүек әйберҙәр һатып алғанда «Ватанды һаҡлаусылар» фонды аҡсаһынан өҫтәмә түләүгә иҫәп тота ала.

Ғаиләләргә ярҙам:

  • Хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәки мобилизация буйынса саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең йөклө ҡатындарына бер тапҡыр 51 812,40 һум аҡса бирелә.
  • Хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына өс йәшкә тиклем ай һайын 22 205,30 һум пособие түләнә.

Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн берҙәм контакт үҙәге номеры буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-100-00-01.

Автор: Гөлфиә Акулова.
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Социаль фонд: МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам тураһында
Социаль фонд: МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ғаилә ағзаларына ярҙам тураһында
Автор:
Читайте нас