Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Сиратһыҙ торлаҡ алырға мҡмкин

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан йәтим балалар статусына эйә булған Башҡортостанда йәшәүселәргә торлаҡ майҙанын беренсе сиратта бүлергә тәҡдим иттеләр. Тейешле закон проектын БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа әҙерләнеләр.

Сиратһыҙ торлаҡ алырға мҡмкинСиратһыҙ торлаҡ алырға мҡмкин
Сиратһыҙ торлаҡ алырға мҡмкин

Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев аңлатыуынса, ярҙам ике форматта күрһәтелә: йә социаль яллау килешеүе буйынса фатир биреү, йә торлаҡ һатып алыуға йәки ипотеканы ҡаплауға аҡсалата түләү.

Спикер махсус хәрби операцияһы зонаһында бурыстарҙы үтәгән яугирҙар ғына түгел, ә сик буйы территорияларында һөжүмдәрҙе кире ҡаҡҡандар ҙа аласаҡ, тине. Инициативаны Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитетында ҡарайҙар.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас