“Ихаталағы ике йорттоң береһендә өс балаһы менән ҡәйнәм, икенсеһендә өләсәй менән беҙ йәшәнек. Шул йылдар ныҡ рәхәт, күңелле ваҡыт булып хәтерҙә ҡалған. Ашарға улар ҙа саҡырып ала, мин әҙерләһәм, йүгереп инеп уларҙы әйҙүкләй инем. Өләсәй мине үҙ балаһылай яҡын күрҙе. Ғөмүмән, эргәлә өлкән кешенең булыуы ныҡ кәрәк. Өй йыйыштырам тиһәң дә баланы өләсәйҙең итәгенә ултыртып китәһең. Балалар тураһындағы хәтирәләрҙе ул күберәк белә торғайны. Үҫкәндәрен дә һиҙмәй ҡалдым”, - ти бәһлеүәндәй Илнур, Айнур исемле улдар үҫтергән апай. (Тулыраҡ гәзиттең үткән һанында уҡығыҙ)