Яңыраҡ Мәләүез күп профилле колледжында студенттар махсус хәрби операция яугирҙәренең рухи остазы, Рәфис хәҙрәт Сафин менән осрашты.
Рәфис Риф улы – махсус хәрби операция ветераны. Бөгөн алғы һыҙыҡта алынған яраларҙан һуң реабилитация курсы үтә. Һыҙланыуҙарына ҡарамай, уҡыусы һәм студенттар менән осрашыуҙарға йөрөй. Яугир алғы һыҙыҡтағы хәрби дуҫлыҡ көсө тураһында һөйләне. Хәрби антҡа, илһөйәрлеккә тоғро егеттәр үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, дуҫын ҡотҡара. Бөгөн пилотһыҙ осоусы аппарат менән (БПЛА) идара итеү буйынса уҡытыу ҙа яңылыҡ түгел. Рәсәй армияһына ошондай белгестәр талап ителә. Йәштәр араһында БПЛА операторы булырға теләгәндәр юҡ түгел. Имам бындай ҡыйыу ҡарашлы егеттәргә рәхмәт белдерҙе.
Рәфис Сафин Кавказ махсус хәрби операция башланғас, үҙ теләге менән Донецк, Луганск Халыҡ республикаларына бара, ундағы егеттәргә рух ныҡлығы өҫтәй, медицина ярҙамы күрһәтә. Ике йыл дауамында мобиль мәсеттең полк имамы, православныйҙарҙың дин әһеле менән подразделениеларға сыға. Был миссия алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә һәм офицерҙарға рухи көс өҫтәү, дини йолалар уҙғарыуҙы күҙ уңында тота.
Хәҙрәт студенттарға армияла хеҙмәт итеү, Ватан алдындағы гражданлыҡ һәм хәрби бурысты намыҫлы үтәү, ил мәнфәғәтен яҡлау һәм уның милли хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең мөһимлеген билдәләне. Шулай уҡ әңгәмә йәмғиәт берҙәмлеге, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, донъяуи ваҡиғалар, терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү темаһын үҙ эсенә алды.
Йәштәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе. Айырыуса улар пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүсе операторҙарҙы ҡайҙа уҡытыуҙары, хәрби хеҙмәттә уларҙың ниндәй роль үтәүе менән ҡыҙыҡһынды.
Намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәфис Сафин БР Башлығы Радий Хәбиров Указы менән генерал Шайморатов ордены, «Армия генералы Маргелов» миҙалы һәм «Ҡаһарманлыҡ өсөн” күкрәк билдәһе һәм башҡа хәрби наградалар менән бүләкләнгән.