Райондың һәр ауылында яуҙағы ир-егеттәр өсөн һаҡлыҡ селтәре үреү, кейем тегеү, шәм ҡойоу, гуманитар ярҙам йыйыу майҙансыҡтары бар.
Ирекмәндәр йыл әйләнәһенә ваҡыт табып, һалдаттарҙы хәстәрләй.
Изге ғәмәлдән Восток ауылы халҡы ла ситтә ҡалманы. Унда һәр кем яугирҙәр ғүмерен һаҡлап ҡалыуға, Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Дөйөм көс менән хәрбиҙәр өсөн кәрәк-яраҡ туплана.
Махсус хәрби операция башланған көндән һалдаттарҙы дошмандан һаҡлаған, уларҙың ҡоралын һәм хәрби техникаһын ҡаплау өсөн ҡулланылған һаҡлыҡ селтәре үрелә.
Ирекмәнлек эшен ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәйлә Ғашимова ойошторған. Кәрәк-яраҡ менән ошо эште ойоштороусыларҙың береһе, әүҙем йәмәғәтсе, педагог, Һарыш ауылы клубы, «Илһам» һәм «Йәйғор» вокал ансамблдәре художество етәксеһе Зәйлә Әлмөхәмәтова тәьмин итә.
Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар яугирҙәр өсөн эске кейем тегә, ойоҡбаш бәйләй.
Ауыл халҡынан йыйылған аҡсаға генератор һатып алынған. Яуға ебәрелгән ойоҡбаштың иһә иҫәбе-һаны юҡ. Уны бәйләү өсөн йөн еп менән ҡаланың «Алина» магазины хужабикәһе Татьяна Беляева тәьмин иткән.
«Илһам» вокал ансамбле ағзалары хәрбиҙәргә биш берәмек төнөн күреү ҡоролмаһы алып оҙатҡан.
Бөгөн урындағы мәктәптә һаҡлыҡ селтәре үргән мәктәп хеҙмәткәрҙәре Фәйрүзә Мәзинова, Гөлфиә Заманова һәм Миңниса Үмәрғәлинаға уҡыусылар ҙа ярҙамлаша.
Йылы ойоҡбаш бәйләүселәргә Надежда Кайдалованы индерергә мөмкин. Был эште Миңнурый Ибраһимова ла башҡара, ул шулай уҡ шлем аҫтынан кейә торған башлыҡтар ҙа бәйләй. Эске кейем тегеүсе Надежда Кайдалова, Рәйлә Ғашимова, Флүзә Шәйәхмәтованың эше баһалап бөткөһөҙ.
Востоктар крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ғүмәр Иҫәнов биргән иттән яуға 60-тан ашыу банка быҡтырылған ит оҙатҡайны. Ҡатын-ҡыҙҙар һалдаттарға Әнгизә Ҡаюмованың өйөндә сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп, мәктәп ашханаһында туҡмас киҫеп ебәргән.
Ауылдың әүҙем кешеләре исемлегенә Марина һәм Александр Баязитовтар ғаиләһен дә индерергә мөмкин.
- 2023 йылда дуҫым махсус хәрби операцияға юлланғас, башта уға адреслы ярҙам күрһәтеп, һуңынан бөтә ир-егеттәрҙе хәстәрләй башланыҡ. Бөгөн Ырымбур өлкәһендә йәшәгән туғаным да контракт буйынса хеҙмәт итә.Тора-бара ирекмәнлек эшенә ғаилә менән күмәкләшеп инеп киттек, тиергә була. «Восток» ойошмаһында 40-лап кеше: кемдер аҡсалата, кемдер әйберләтә ярҙам итә. Беҙҙең ауылдаштар әүҙем, изге күңелле. Гуманитар тупланманы райондың «Хәрби туғанлыҡ», «Йөрәк ҡушыуы буйынса» ирекмәнлек ойошмаларына алып барып тапшырабыҙ. Күгәрсен районы ирекмәндәре менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әйтеп үтергә кәрәк, беҙгә Йомағужа ауылы халҡы бик ҙур ярҙам күрһәтә, - ти Александр Владимирович.
Ауыл ерендә үҙ эшен, мәшәҡәтен ситкә ҡуйып тороп, йылдар дауамында һалдаттарҙы хәстәрләгән райондаштарға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең?