

Ошо көндәрҙә редакцияға «Комбат» ҡушаматлы яҡташыбыҙ килеп үҙ хәлдәрен һөйләп китте.
2021 йылдың ноябрендә армияға алынып, ил алдындағы изге бурысын Алыҫ Көнсығышта үтәгән, һуңынан Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, Ватан һағына баҫҡан егет 2022 йылдан алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша.
2022 йылдан алып ул тыуған яҡта ни бары дүрт-биш тапҡыр ғына ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан. «Өйгә ҡайтҡас, кире китеү, әлбиттә, еңел бирелмәй, тик шулай ҙа, күңелдәге «Кәрәк!» тигән саҡырыу юлға әйҙәй», - ти үҙе.
Ул армия хеҙмәтенән һуң контракт төҙөп, МХО-ға юлланған ваҡытын да иҫләп алды. «Беренсе эшелон киткәйне инде, роталағы бер нисә кеше, Башҡортостан егеттәре, яуға китергә тигән ҡарар ҡабул иттек. Наводчиктар булып хәрби хеҙмәткә юлландыҡ. Ун туғыҙ-егерме йәшлек кенә инем бит: башта төрлө уй, атай-әсәй, яҡындар өсөн борсолоу тойғоһо ла булды. Ул ваҡыттарҙы хәтерләһәм, моғайын, ҡайҙа китеп барғанымды, «тегендә» нимә көткәнен ныҡлап аңлап та етмәгән булғанмындыр, тием. Шулай ҙа үкенмәйем, яу мине күп нәмәгә өйрәтте», - тип һөйләй һалдат.
«Комбат» менән махсус хәрби операция биләмәһендә ҡулланылған бөгөнгө алдынғы технологиялар, заманса хәрби ҡорал һәм пилотһыҙ осҡос (БПЛА) операторҙары башҡарған бурыстар хаҡында ла һөйләштек.
- Яуҙа хәрбиҙәрҙең ғүмерен тәжрибәле пилотһыҙ осҡос операторҙары һаҡлап ҡала ала, сөнки улар танкист, артиллерист, штурмлаусылар менән үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә эшләй. Бындай алым яугирҙәр алдына ҡуйылған бурысты уңышлы үтәү мөмкинлеген бирә, хәрби задание үтәлешенә тәьҫир итә. Яуҙаштарым араһында ла дрон операторына уҡырға теләүселәр бар, - ти ул.
«Комбат» МХО-ла водитель вазифаһын башҡара. Егеттәргә аҙыҡ-түлек, ҡорал, боеприпас һәм башҡа кәрәк-яраҡ ташый.
Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 15-се һанында баҫылды.
Фото архивтан.