

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығына «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы командирының хәрби-сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары Александр Мельченко һөйләүенсә, МХО биләмәһендә пилотһыҙ осоу аппараттары һуғыш тактикаһын тулыһынса үҙгәрткән. Махсус операция башында күп кенә яугирҙар дрондың нимә икәнен белмәһә, хәҙер ул бөтә ерҙә лә ҡулланыла. БПЛА ярҙамында дошман нығытмалары, уның хәрби техникаһы һәм тере көсө юҡ ителә, урындарҙы разведкалау, координаталар тапшырыу алып барыла. Шуға күрә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар иткәндәр шунда уҡ яңы һөнәр үҙләштерә башлай.
Мельниченко һүҙҙәренсә, Башҡортостан подразделениелары пилотһыҙ системаларҙың мөмкинлектәрен әүҙем файҙалана. Әлеге ваҡытта «Башҡортостан» полкы фронттың иң яуаплы участкаларының береһендә – Ҡыҙыл-Лиман йүнәлешендә хәрби бурыстар үтәй. БПЛА операторҙары иң яуаплы бурыстарҙы атҡара, шул уҡ ваҡытта хәрби тоташыу һыҙығынан хәүефһеҙ алыҫлыҡта урынлаша. Һөйләшеү барышында офицер бер операторҙың йөҙ яугирҙы алмаштырыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Ул шулай уҡ, хәҙер БПЛА ғәскәрҙәре үҙ эшенә ихлас ғашиҡ булған йәш егеттәр менән әүҙем тулылана, тип билдәләне.
– Улар бик яҡшы әҙерлек үтә, ҡуйылған бурысты үтәгәндә уңышлы файҙаланған кәрәкле белем ала, – ти Мельниченко. Эйе, бында тиҙ реакциялы, үткер күреү һәләтенә эйә булған, яҡшы уҡыған һәм бөтәһен дә тиҙ отоп алған йәштәр кәрәк. Әммә шул уҡ ваҡытта шуны аңларға кәрәк: БПЛА операторы булған кеше ҡулдағы пульт менән идара итә,иретеп йәбештерә, шулай уҡ ноутбукка, башҡа системаларға тоташа белергә кәрәк. Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәренә ҡушылырға теләйһегеҙме? Башбат.рф сайтына инегеҙ, 122-се телефон буйынса шылтыратығыҙ.