

Улар һуғыш тактикаһы, пилотһыҙ аппараттар менән эшләү һәм башҡа мөһим йүнәлештәр тураһында һөйләй.
Шундайҙарҙың береһе - «Урман» позывнойлы яугир. Уның тарихы рух көсө, бурысына тоғролоғо һәм хәрби юлын яңы башлағандарға үҙ тәжрибәһен тапшырыу тураһында. Ике аҙналыҡ ҡыҫҡа ял ваҡытында уның менән аралашыу мөмкинлеге булды.
«Урман» махсус операцияның тәүге йылында уҡ алғы һыҙыҡҡа эләгә, ул 2022 йылдың декабрендә РФ Оборона министрлығы менән хәрби контракт төҙөй. Ир мобилизацияны көтмәйенсә, фронтҡа китергә ҡарар итә. Хәрби хеҙмәт ваҡытында яугир өс тапҡыр яралана, әммә дауаланыу һәм реабилитация үткәндән һуң, ул сафҡа кире ҡайта. «Мин иптәштәремде ҡалдыра алманым», - ти яугир. - Алғы һыҙыҡта дуҫтарым һәм иптәштәрем ҡалды. Ҡорал тотоп ярҙам итә алам икән, быны эшләйәсәкмен”.
Яугирҙең ике улы бар. Өлкәне Пятигорск ҡалаһында Росгвардия сафында хеҙмәт итә, ә кесеһе 6-сы лицейҙа өлкән кластарҙа уҡый.
«Урман» үҙенең яралары тураһында һөйләмәй. «Алғы һыҙыҡта башлыса мина-шартлау һәм ярсыҡтар йәрәхәтләй ине. Хәҙер бөтә хәүеф күктән килә», - ти яугир. Ставрополдә аяғын һәм Грозный ҡалаһында ҡулын тергеҙеүсе табиптарға рәхмәтле булыуы тураһында ла әйтте «Урман».
Яңы этап - хәрбиҙәрҙе уҡытыу
Һуңғы йәрәхәтенән һуң командование уны инструктор вазифаһына күсерергә ҡарар итә. Хәҙер ул Симферополь ҡалаһында көньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө составында диңгеҙ пехотаһы штурмовиктарын уҡыта. «Урман»дың бурысы - хәрбиҙәрҙе әҙерләү, уларға хәрби күнекмәләрҙе генә түгел, ә үҙен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән көслө рухы менән уртаҡлашыу.
«Дүртенсе төркөм егеттәр Константиновкаға барырға әҙерләнә, әле 28 яугир күнекмә үтте. Мин егеттәргә тактика һәм ҡорал менән эш итеү тураһында ғына һөйләмәйем. Иң мөһиме - уларҙы бирешмәҫкә, бер-береһенә ярҙам итергә өйрәтеү. Сөнки фронтта физик яҡтан көслө булыу ғына түгел, көслө рухлы булыу ҙа мөһим», - ти «Урман».
Уның шәхси өлгөһө йәш яугирҙәрҙе рухландыра, ә алғы һыҙыҡтағы ысынбарлыҡтар тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашыу, уларҙы нимә көткәнен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.
Был мәҡәлә батырлыҡ тураһында ғына түгел. Дүрт йыл дауамында алғы һыҙыҡта һуғышҡан ил һаҡсыһы, яраланғандан һуң башҡаларҙы өйрәтеп, тәжрибә уртаҡлашып һәм яңы килгән һалдаттарҙың хәрби рухын һаҡларға көс тапҡан кеше тураһында.
«Мин тере саҡта, егеттәрҙең имен-һау һәм Еңеү менән ҡайтһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен», - ти «Урман».
Махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙ менән күрешеп-осрашыу үҙе бер ҡыуаныслы мәл, сөнки алғы һыҙыҡтағыларҙың хәлен белеп күңел тыныслана, шундай ҡаһарман яҡташтарыбыҙ булыуына ғорурлыҡ хисе тыуа.
Беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙ барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын! Шулай тип теләйбеҙ һәр Ватан һаҡсыһы менән әңгәмәбеҙ аҙағында.