Яуҙан иҫән ҡайта алмаған браттарыма...

Мин әйләнеп һиңә килмәм инде,Юлдар ябыҡ, бикле ҡапҡалар.Ни хәл ҡылмаҡ, бәхет менән һөйөүТупһа аша үтмәй ҡалалар.

Яуҙан иҫән ҡайта алмаған браттарыма...Яуҙан иҫән ҡайта алмаған браттарыма...
Яуҙан иҫән ҡайта алмаған браттарыма...

Мин әйләнеп һиңә килмәм инде,
Юлдар ябыҡ, бикле ҡапҡалар.
Ни хәл ҡылмаҡ, бәхет менән һөйөү
Тупһа аша үтмәй ҡалалар.

Мин әйләнеп ҡайта алмам инде
Мина шартлай, оса пулялар.
Ерҙе ҡосоп, ғәзиз иле өсөн,
Һөйөү өсөн ятып үләләр.

Һин эҙләмә мине, уйланма ла,
Юҡ-барға ла китмә ҡаңғырып.
Сит ерҙәрҙең ҡояшы ла һалҡын,
Айы зәғиф, ҡурғаш ямғыры.

Табып булмаҫ. Кейем, кәүҙәм дә юҡ,
Ут-снаряд төштө өҫтөмә.
Тәнкәйҙәрем изге томан булып,
Йәйелеп ятҡан илем өҫтөнә.

Табып булмай мине. Атланма ла
Өмөт тигән ярһыу атҡа ла.
Беҙҙең бәхет үткәндәр ҙә ҡалды,
Юлдар ябыҡ, бикле ҡапҡалар.

“Һин ҡайтырға тейеш! Балаларға
Атай кәрәк! Миңә ир кәрәк!” –
Йәнде өҙмә, зинһар! Эйе, беләм,
Эйе, беләм, миңә иртәрәк...

Мин бит әле йәшәп өлгөрмәнем.
Минең тик бер-бер тапҡыр тағы
Әсәйемдең ап-аҡ сәсен еҫкәп,
Ап-аҡ йөҙөн килә һыйпағым.

Тик бер тапҡыр шуҡ ҡолонсаҡ булып,
Сабып үткем килә урамдан.
Ҡурай уйнап, йырым һуҙғым килә,
Яңғыратып беҙҙең Уралда.

Һәм бер тапҡыр... Их һөйгәнем минең,
Шашып-ярһып һине үп икән...
Мин әйләнеп ҡайта алмам инде,
Кеше ғүмерҙәре сүп икән.

Мин бәхетле итә алманымдыр
Һине, балаларҙы... әлегә.
Йәнен биреп алға барған ирең
Бәхет яулай алды иленә.

Бәхет ҡайтыр илгә Еңеү булып,
Байраҡ болғап ҡайтыр батырҙар.
Ҡайта алмам.
Улар менән бергә
Беҙҙең исем, дандар ҡайтырҙар.

Ҡайтмам инде. Тик онотма, мине,
Тик сығарма, зинһар, иҫеңдән.
Һыуһындарым ҡанмай китәм инде,
Бикле ҡапҡа, юлдар өҙөлгән...

Мөнир ҠУНАФИН.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас