Улар беҙҙең өсөн һәр саҡ тере

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү үҙәгендә яуҙа һәләк булғандарҙың ғаиләләренә  Шайморатов  ордены тапшырылды.

Улар беҙҙең өсөн һәр саҡ тереУлар беҙҙең өсөн һәр саҡ тере
Улар беҙҙең өсөн һәр саҡ тере

Тантаналы сараға килеүселәрҙе сәләмләп, социаль кооррдинатор Альбина Арыҫланова легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған республика милли архивында күргәҙмә, баш ҡаланың Совет майҙанында  112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, күренекле полководец Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылыуы, уның исемендәге орден барлыҡҡа килтерелеүе хаҡында һөйләне һәм ошо орденға лайыҡ булған ҡаһармандар менән ғорурланыуын белдерҙе. (Тулыраҡ гәзиттең 20-се һанында уҡығыҙ).

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас