

МХО яугире Илмир Иҫәнгилдин менән һөйләшеү барышында бер нисә тапҡыр оҙайлы «пауза»ға туҡталып алдыҡ. Йәшермәйем, уға яу ҡырындағы хәлдәр, һалдаттарҙың нисек итеп дошманға ҡаршы тороуы, юғалтыуҙар тураһында һорауҙар бирергә ҡыйманым.
Һөйләшеүгә барыр алдынан үҙеңде лә, әңгәмәсеңде лә алдан нисек кенә «көйләп» ҡуйырға тырышһаң да, яу юлын үткән ир-егеттәр менән ҡорған әңгәмә беҙҙең эштәге иң ауыр мәлдәрҙең береһелер ул, моғайын...
2022 йылдан 2025 йылғаса «Мәжит» ҡушаматы менән ил именлеге һағында торған Мәләүез егете Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгәнгә тиклем, халыҡ телендә әйтелгәнсә, «сибиряк» булған. Вахта ысулы менән алыҫ Себергә йөрөп аҡса эшләгән, мал тапҡан, ғаиләһен ҡараған.
2022 йылда өлөшләтә мобилизация башланғас, үҙе әйтмешләй, күңелендә нимәлер «ҡылт» иткән. Уның ябай ғына итеп әйткән был һүҙендә ниндәй тәрән мәғәнә ятҡанын аңлайбыҙ. Илгә ауыр һынау килгән мәлдә яугир холоҡло башҡорт егетендә ҡыйыулығы, көслө холҡо, ҡаһарманлығы шул рәүешле «баш ҡалҡытҡан».
- Мобилизация башланғас, ситтә тороп ҡала алмаясағымды аңланым. Контракт төҙөп, Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон менән МХО-ға киттем. Унда штурмсы-атыусы булып хеҙмәт иттем. Яу юғалтыуһыҙ булмай, бер нисә тапҡыр яраландым. Сәләмәтлегемә зыян килеү сәбәпле, мөмкинлегем сикләнде. Шулай булһа ла, үҙемде башҡаларҙан кәм тоймайым, төшөнкөлөккә бирелмәйем, тулы ҡанлы тормош алып барырға тырышам, - ти Илмир.
Оҙайлы ваҡыт ҡатыны Рәмилә менән ике ҡыҙ уны борсолоп яуҙан көтөп торһа, бөгөн дә ғаиләһе һәм яҡындары уның өсөн ныҡлы терәк.
«Үкенмәйем». Ҡорған әңгәмәбеҙ яугирҙең ошо һүҙе менән тамамланды. Сәләмәтлеген нығытып, яйлап тыныс тормошҡа яраҡлашырға тырышҡан ветеран әйтеүенсә, ил өсөн яуаплылыҡты һәр көслө зат үҙ иңендә тойорға тейеш.
Фото архивтан.