

Министр һүҙҙәренсә, былтыр март айында демобилизацияланғандарҙың 54 проценты эшкә урынлаштырылған. Йыл башынан алып «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәктәренә эш эҙләп 600 кеше мөрәжәғәт иткән, уларҙың 335-е эшкә урынлаштырылған. (56%) Эш биреүселәргә федераль ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2025 йылдан инвалид ветерандарҙы эшкә урынлаштырыу өсөн 18 урын булдырылған. Социаль фонд линияһы буйынса эш биреүселәргә беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтарын, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын эшкә урынлаштырыу өсөн эш урындарын йыһазландырыуға 200 мең һумға тиклем сығымдар ҡаплана, тип билдәләне министр.