

Бөгөн ҡаланың «Һаулыҡ» спорт базаһында сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн ойошторолған «Изге зарница» спорт сараһы үтте.
Сараны «Яҡтылыҡ нуры» хәйриә фонды һәм «Ватан патриоттары» йәмәғәт ойошмаһы ойошторған.
Унда ҡатнашыусыларҙы 13 тапҡыр паралимпия чемпионы һәм РФ Дәүләт думаһы депутаты Рима Баталова сәләмләне.
«Изге зарница»ла туғыҙ команда: Йәһүҙин, Кирилов, Таштимиров, Холмогоров, Голованов, Бубнов, Аҡназаров, Пашарин һәм Санкиндар ғаиләләре үҙ көсөн һынаны. Ҡатнашыусылар етмәгән осраҡта командаларға ирекмәндәр - патриотик берләшмәләрҙән балалар ҡушылды. Һәр ярыш урынында «Ватан патриоттары»нан икешәр вәкил ярҙамға килергә әҙер торҙо.
Ҡатнашыусылар автомат һүтеп йыйыу, граната ырғытыу, атыу, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү һәм яралыны эвакуациялау һәм башҡа күнекмәлә үҙен һынап ҡарай алды.
Сараны ойоштороусылар ярыштарҙа еңеү түгел, ҡатнашыу мөһимлеген билдәләне. Бында иң етеҙ, сос һәм көслөнө асыҡлау бурысы ҡуйылманы.
Теләгән һәр кем аш-һыуға һәләтен тәмле былау әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәресендә һынай алды.
Командалар «Иң татыу ғаилә», «Иң күңелле ғаилә», «Иң етеҙ ғаилә» номинацияларында билдәләнде. «Изге зарница»ла еңелеүсе булманы, унан һәр ҡатнашыусы бүләк һәм ҡәнәғәтлек алып ҡайтты.
Берҙәмлеккә һәм татыулыҡҡа ҡоролған сара һуңында бөтәһе лә тәмле ҡарабойҙай бутҡаһы менән һыйланды, сәй эсте.
Үҙенсәлекле сара уйында еңеү түгел, ҡатнашыу һәм башҡаларға ҡарата ярҙамсыл булыу мөһим булыуын иҫбатланы.
Автор фотолары.