Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Илен һаҡлай Рәсәй улы

МХО-ла ҡатнашыусы «Малой» ҡушаматлы яугир сығышы менән Ырымбур өлкәһенән.

Илен һаҡлай Рәсәй улыИлен һаҡлай Рәсәй улы
Илен һаҡлай Рәсәй улы

МХО-ла ҡатнашыусы «Малой» ҡушаматлы яугир сығышы менән Ырымбур өлкәһенән. Ететтең Башҡортостан менән бәйләнеше бар. Йәше еткәс, армияға алынып, хәрби бурысын үтәгәндән һуң контракт нигеҙендә Сириялағы хәрби бәрелештә ҡатнаша. Һуңынан үҙ теләге менән ил һаҡлаған көслө заттарға ҡушылып, Ватаныбыҙ һағына баҫа. Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, махсус хәрби операцияға юлланырға йөрөгәнен ата-әсәһе лә, яҡындары ла белмәй. Уларға үҙ ҡарары тураһында иртәгә китәм тигән көндө генә әйтә. Был 2025 йылдың июнь айында була.

Тоцк ҡалаһы аша махсус хәрби операция биләмәһенә юллана.

«Малой» махсус хәрби операцияла хәрби бурысын штурмсы булараҡ үтәй. Был вазифалағы хәрбиҙәр минут ҡына түгел, хатта секунд һайын үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, ниндәй яуаплы бурыс атҡарғанын күптәр аңлайҙыр. Штурмсыларҙың урыны алғы һыҙыҡта, яу яланының иң ҡурҡыныс өлөшөндә була. Хәрби заданиеның уңышлы үтәлеүе һәм һалдаттарҙың ғүмере һаҡланып ҡалыуы  тап уларҙың ҡыйыу, тәүәккәл һәм сос булыуына бәйле.          Быйыл февраль айында ул ҡаты яралана. Танкыла китеп барғанда, дошман уларға ҡаршы ут асҡас, үлемдән һаҡлап ҡалыр өсөн «Малой» ике иптәшен үҙ кәүҙәһе менән ҡаплап өлгөрә. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул мәлдә дошман пуляһы уның үҙенә эләгә.   

Бөгөн яугирҙең һаулығы өсөн Мәскәү ҡалаһының Николай Бурденко исемендәге баш хәрби клиник госпитале врачтары яуаплы. 

Фото архивтан.  

Автор:
Читайте нас