Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Фермерҙар ярҙамынан өҙмәй

“Былтыр ҙа Руслан, Айрат Әлимғужиндар, Береговканан Александр Крючин бесән менән ярҙам итте. Быйыл да вәғәҙә иттеләр”, – ти Красногорка ауылынан Рима Фәйзуллина.

Фермерҙар ярҙамынан өҙмәйФермерҙар ярҙамынан өҙмәй
Фермерҙар ярҙамынан өҙмәй

Редакция ишеге һәр ваҡыт асыҡ: беҙгә яңылыҡтары менән уртаҡлашырға ла кешеләр инә, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәре лә бар. Яңыраҡ Рима апай инеп, улдары тураһында бер аҙ мәғлүмәт биреп сыҡты.

Фәйзуллиндарҙың ике улы махсус хәрби операцияла булып, бөгөн кинйәһе ҡаты яраланғандан һуң, демобилизацияланған. “Кинйә улымды 42 йәштә таптым. Балаларҙы беҙ илһөйәр итеп үҫтерҙек. Армияла хеҙмәт итте. Смаҡ ауылында уҡығанда көрәш менән шөғөлләнә торғайны. Былтыр Толазыла уҙғарылған һабантуйҙа еңеүсе булараҡ  һарыҡ менән бүләкләнеләр.

Олатайҙар ҙа фашистарға ҡаршы көрәшеп, еңеү яулауҙа үҙ өлөшөн индергән. Бармайһың тип әрләгәйнем, беҙгә өндәшмәй генә Илнар тигән иптәше менән МХО-ға барырға үҙе теләп  контракт төҙөгән. Бер йыл һуғышта йөрөгәндән һуң, яраланып ҡайтты”, - тип һөйләй яугир әсәһе. Уның тураһында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.

Фермерҙар ярҙамынан өҙмәй
Фермерҙар ярҙамынан өҙмәй
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас