Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

"Барс": Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Инженер-штурмлау бригадаһының гвардия рядовойы, «Барс» позывнойлы яҡташыбыҙ контракт буйынса БТР наводчигы булып хеҙмәт итә. Отпускыла ул мәктәп уҡыусылары менән илһөйәрлек дәрестәре үткәрҙе. Йәмәғәт эшмәкәрлеге, ҡатыны һәм балалары менән ял итеү араһында яугир журналистар менән осрашырға ла ваҡыт тапты.

"Барс": Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!"Барс": Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!
"Барс": Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

Ул быйыл февраль айында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. «Яҡындарыма иртәгә юлға сығам тигәндә генә әйттем, - ти яугир. – Башта, әлбиттә, “шок” хәлендә булдылар, әммә минең ситтә ҡала алмауымды тиҙ аңланылар. Әлеге ваҡытта миңә атайым менән ҡатыным ярҙам итә, улар минең өсөн төп таяныс».

«Барс»тың ике улы бар, өлкәне 5-се мәктәптә етенсе класты тамамлаған. «Мин уның менән ғорурланам, улым олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәтә, ярыштарҙа ҡатнаша, - тип йылмая ул. - Тәүҙә уға ла ауыр булды, бик күп һорау бирҙе, борсолдо. Хәҙер барыһын ла аңлай, уның киләсәктә ҡыйыу егет булып үҫеүенә ышанам. Ә кесеһенә йәш ярым ғына, отпускҡа ҡайтҡас, ул мине таныманы ла».

«Барс» 2019 йылдан балаларға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү менән шөғөлләнә, бөгөн ул - «Ватан Патриоттары» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

«Осрашыуҙарҙа уҡыусылар бик күп һорау бирә, - тип һөйләй яугир. – Ағаһы йәки атаһы алғы һыҙыҡта булғандар һуғыш тураһында һорай. Яугирҙәрҙең нимә ашауы, нисек йәшәүе, үҙҙәре яҙған хаттарҙы ҡайҙа ебәреүҙәре тураһында ҡыҙыҡһыналар. Миндә блиндаждағы стендтарҙың фотолары бар. Һәр хатты һәм һүрәтте шунда эләбеҙ, һәр береһе уҡыла, береһен дә ташламайбыҙ».

Бронежилеттар, каскалар, төрлө ҡорал, коллекцияла танкыға ҡаршы гранатомет һәм миналар бар, әлбиттә, улар хәрби түгел. «Ватан патриоттары» батырлыҡ дәрестәренә алып барған ысын экспонаттар ҙа бар.

«2022 йылда, махсус хәрби операция иғлан ителгәндән һуң, 4-5 ай үткәс, яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу һәм алып барыу менән шөғөлләнә башланым, - ти “Барс”. - Ул саҡта минең шәхси Форд-транзит автобусым бар ине, уның менән тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операция зонаһына килеп индек. Дөйөм алғанда, алғы һыҙыҡҡа 25 тапҡыр сыҡтыҡ, 11-ҙән ашыу машина алып барҙыҡ. Гуманитар ярҙам менән фронтҡа йөрөгәндә, унда кеше етмәүен күреп, яугирҙәргә ҡушылырға ҡарар итттем».

«Барс» әйтеүенсә, алғы һыҙыҡта дымлы салфетка, эске кейем һәм носки кәрәк. Хәрби заданиела булғанда уларҙың йыуынырға йәки кейемен йыуырға мөмкинлеге юҡ. Бер ҙур салфетка упаковкаһы бер көндә тотонола. Кәрәкле әйберҙәрҙең исемлегендә тағы - генераторҙар.

«Беҙ үҙебеҙ ҙә эшләмәй ултырмайбыҙ, - тип уртаҡлаша «Барс». - «Патриоттар» ике УАЗик һатып алды, хәҙер иҫәпкә ҡуйҙылар. Бер яғыулыҡ ҡойоусы һәм бер «фермер» хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн алынды. Хәҙер күбеһенсә дрондар эшләй. Үҙ БПЛА операторыбыҙ бар, буш ваҡытта беҙ ҙә был яңы һөнәргә уҡырға, өйрәнергә тырышабыҙ».

Тыныс минуттарҙа офицерыбыҙ ял итергә бирмәй. «Барс» әйтеүенсә, һәр яугир пилотһыҙ осоу аппараты менән идара итергә һәм мотоцикл йөрөтә белергә тейеш. «Штурмовиктар мина эҙләү һәм штурмлау менән генә шөғөлләнмәй, улар барыһын да эшләй. Ваҡыты шундай, - ти яҡташыбыҙ. - Тир күберәк түгелә икән, тимәк, ҡан аҙыраҡ түгелер – был командирыбыҙҙың һүҙҙәре».

«Барс» ротаһында Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан һәм Шишмәнән күп егеттәр хеҙмәт итә. Пермь, Екатеринбург һәм Төмән өлкәләренән дә байтаҡ. Бер кем дә иптәшен бәләлә ҡалдырмай, хеҙмәттәшен нисек кенә ауыр булмаһын, үҙ иңендә күтәреп алып сығаса. Улар шулай бергә Еңеүҙе яҡынайта. Инженер-штурм бригадаһының бурысы бәләкәй, әммә улар барыһы ла Ватан өсөн ҙур алыштың бер өлөшө.

Әйтер һүҙ бар...

Яугир отпускыһы бик тиҙ үткән. Хеҙмәттәштәре янына «Барс» буш ҡул менән бармай. “Ватан патриоттары" офисы янында гуманитар ярҙам менән тулы ике УАЗ автомобиле көтә. Бында маскировка селтәрҙәре, эсәр һыу, кейем һәм носки, төрлө тәм-том йыйылған, уны мәктәптәр, ирекмәндәр төркөмдәре һәм райондың битараф булмаған халҡы туплаған. Кузовҡа «Барс»тың шәхси питбайкын да тейәнеләр, ул былтыр бер нисә тапҡыр ғына йөрөп өлгөргән. “Бындай техникаңды йәлләмәйһеңме?” тигән һорауға: «Унда ул нығыраҡ кәрәк», - тип яуап ҡайтарҙы.

Ҡатыны Наташа, әйтерһең дә, бер секундҡа ла ебәрергә теләмәгән кеүек, ире янында ғына йөрөй. Ниндәй дарыу һәм күпме кәрәк, тип һораны ла сумка йыйырға китте. «Ватан патриоттары» командаһы шулай ил һаҡсыларын шулай берҙәм юлға әҙерләй.

«Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» - тине «Барс» беҙҙең менән хушлашҡанда, ә беҙ уға ныҡлы һаулыҡ һәм өйөнә имен-аман ҡайтыуын теләнек.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас