Мәләүез яугирҙәре әсәләренең ижады "Әсә һүҙе" китабына ингән

«Әсә һүҙе» тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығы әсә һөйөүенән, доғаһынан, меңәр саҡрым аранан, икһеҙ-сикһеҙ тойолған ваҡыттан һәм тәрән һыҙланыуҙан көслө булған мөхәббәттән яралған.

Мәләүез яугирҙәре әсәләренең ижады "Әсә һүҙе" китабына ингәнМәләүез яугирҙәре әсәләренең ижады "Әсә һүҙе" китабына ингән
Мәләүез яугирҙәре әсәләренең ижады "Әсә һүҙе" китабына ингән

«Әсә һүҙе» тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығы әсә һөйөүенән, доғаһынан, меңәр саҡрым аранан, икһеҙ-сикһеҙ тойолған ваҡыттан һәм тәрән һыҙланыуҙан көслө булған мөхәббәттән яралған.

Илдең көсө лә ғәзиз балаһына терәк-таяныс була алған әсә һөйөүендәлер ул. Рәсәйебеҙ ҙә көтә, ышана белгән, ауырлыҡ һәм юғалтыуҙар кисергәндә лә, өмөтөн юғалтмаған, һынауҙар аша үткәндә лә күңел яҡтылығын һаҡлап ҡала белгән әсәләр менән көслө.

«Әсә һүҙе» шиғри йыйынтыҡ ҡына түгел. Яугир әсәләренең һәм ҡатындарының әҫәрҙәрен туплаған, беҙҙең һалдаттарҙың батырлығын данлаған был китапты тәржемәсеһеҙ ҙә уҡырлыҡ.

Унда башҡорт, урыҫ, татар, мари телдәрендәге һәр һүҙ яҡын кешеләр араһындағы эскерһеҙ мөхәббәт хаҡында.

Республикала төрлө телдәрҙә ижад ителгән шиғырҙар дөйөм тарихты сағылдыра, ҡаһарманлыҡты, һөйөүҙе һәм ғорурлыҡты данлай. Улдары һәм ирҙәре махсус хәрби операция геройы булып киткән әсә һәм ҡатындар йөрәгендә тыуған юлдар уларҙың яҡты хәтерен мәңгеләштереүгә, илдең ысын патриоттарын тәрбиәләгәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арналған.

Йыйынтыҡҡа ил именлеген һаҡлап, яуҙа һәләк булған яҡташыбыҙ Радик Килмөхәмәтовтың әсәһе Сәриә Килмөхәмәтованың, Марсель Яманһариндың әсәһе Венера Шәрипованың һәм Руслан Әҙеһәмовтың әсәһе Ғәлиә Әҙеһәмованың ижад емештәре ингән.

Улар райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, ирекмәнлек менән шөғөлләнеп, һалдаттарға кәрәк-яраҡ туплауҙа ярҙамлаша, яҡын кешеләрен юғалтҡандарға терәк-таяныс булып, яуҙан улдарын һәм яҡын кешеләрен көткәндәрҙең күңеленә өмөт һәм ышаныс биреп йәшәй.

Автор:
Читайте нас