Махсус операцияның башҡа ҡатнашыусыларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына программаның хаҡынан 10% ташлама ҡаралған. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы Азат Бадранов билдәләүенсә, академия илдә ошондай ярҙам сараһы ҡабул ителгән тәүге юғары уҡыу йорто булды.
«Был республикабыҙ һәм илебеҙ өсөн мөһим ҡарар. Бөгөн беҙҙең бакалавриатта 71 МХО яугире, 33 хәрби хеҙмәткәрҙең балаһы һәм 12 яугир ҡатыны белем ала. Магистратурала 59 МХО яугире һәм ғаиләләренең ун ағзаһы уҡый. 2026 йылдың майында Рәсәй Геройы Вәсил Ямалетдинов (уның менән таныштырып тороу кәрәкмәйҙер) беҙҙең дәүләт һәм муниципаль идара итеү һәм иҡтисад факультеты бакалавриатына күсте. Үҙенең тәүге юғары белемен беҙҙең академияла алыуы менән ғорурланабыҙ», – тине Азат Бадранов.
ИВАН ВАВИЛОВ