Дошман БТР-ын ҡыуып алып киткән «Зима» позывнойлы яугир өйләнгән

Мөхәббәт шулай була!

Дошман БТР-ын ҡыуып алып киткән «Зима» позывнойлы яугир өйләнгәнДошман БТР-ын ҡыуып алып киткән «Зима» позывнойлы яугир өйләнгән
Дошман БТР-ын ҡыуып алып киткән «Зима» позывнойлы яугир өйләнгән

Алғы һыҙыҡта дошман БТР-ын ҡыуып алып киткән «Зима» позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан  һәм мәктәп йылдарынан яратып йөрөгән ҡыҙына өйләнгән. Был хаҡта Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.

Махсус операция геройы бала саҡта уҡ уға өйләнергә теләүен әйтә һәм йылдар үткәс һүҙендә тора. МХО биләмәһенән реабилитацияға ҡайтҡас, яугир тәҡдим яһай һәм Шишмә районының ЗАГС бүлегендә һөйгәне менән никахын рәсми рәүештә теркәй.

Дәүләт юстиция комитетында яугирҙең штурмлау отряды составында хеҙмәт итеүе тураһында һөйләнеләр. Хәрби заданиеларҙың береһендә «Зима» дошман БТР-ын ҡыуып алып китә, уның ошо ҡыйыу аҙымы тотош илде таң ҡалдыра. Хәрби хеҙмәткәр Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.

Автор:
Читайте нас