Дәүләкән ҡалаһында мәктәпте тамамлағандан һуң, водитель-механик һөнәрен ала. Йәше еткәс, 2006 йылда, егетте армияға саҡыралар. Күптәр өсөн был - үҫмерлек осоронан оло тормошҡа тәүге аҙым, үҙаллы етди ҡарар ҡабул итеү мәле. Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт иткәндә, контрактҡа ҡул ҡуя. Ватанды һаҡлауға үҙ тормошон бәйләргә ныҡлы ҡарар итә. Чечен Республикаһында мотоуҡсылар ғәскәрендә тормош мәктәбен үтә, сәйәси белемен нығыта, донъяға ҡарашы үҙгәрә.
“Был ғәскәрҙә хеҙмәт итеү - юғары йөкләмә, даими әҙерлек, татыулыҡ, һәм, әлбиттә, бер команда булып эшләү оҫталығы талап итә. Бында хәрби дуҫлыҡ айырыуса ҡәҙерле: ҡыйын мәлдә яныңда таянырлыҡ кеше барлығын белергә тейешһең. Ҡотолоу юлы булмағандай тойолған мәлдә ошо дуҫлыҡ терәк һәм таяныс булыуын үҙ иңемдә күп татыным, - ти Али. Нәҡ ошо йылдарҙа унда хеҙмәттәштәренә ҡарата айырым мөнәсәбәт барлыҡҡа килә, уның мөһимлеген махсус хәрби операция яугире булараҡ, бөгөн тағы ла үҙ иңендә тоя ул. Беҙҙең яҡташыбыҙ был ауыр мәктәпте лайыҡлы үтә, бурысына һәм хәрби антҡа тоғро ҡала.
Артабан хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан егет тыуған ҡалаһында ресторанда ашнаҡсы булып урынлаша. Тап ошо йылдарҙа Мәләүез ҡыҙы, буласаҡ тормош иптәше Миңлегөл Марат ҡыҙы менән интернет селтәре аша таныша. Социаль селтәрҙә башланған мөхәббәт тарихы ике ғашиҡтың 2010 йылда ғаилә ҡороуы менән тамамлана. Татыу ғаиләлә бөгөн 5 бала тәрбиәләнә: Эльвина, Эмилия, Илдар, Амалия һәм кескәй Аделия – ата-әсәһенең ғорурлығы. Балалар мәктәптә тырышып уҡый, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Күп балалы ғаилә хәстәрлек һәм мөхәббәт талап итә. Тап ошолар яугиргә йәшәүгә көс, яҡындары өсөн яуаплылыҡ тойғоһо өҫтәй.
Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Али Әнүәр улы Мәләүез һөт-консерва комбинатында эшләй. Хәрби хәрәкәт ветераны, үҙ һайлауына тоғро ҡалып, 2024 йылдың ноябрендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Хәрби сынығыу һәм тәжрибә туплаған яугир бөгөн дә штурмовиктар полкында алғы һыҙыҡта БТР водитель-механигы. Башҡортостан егеттәренең саялығы, хәрби Уставҡа тоғролоғо, еңеүгә булған ынтылышы менән айырылып тороуы, был сифаттың быуындан-быуынға тапшырылыуы тураһында ла ғорурлыҡ менән һөйләй. Был йылдар махсус хәрби операция ветеранында һәр нимәгә үҙ ҡарашын булдырыуға булышлыҡ иткән.
Бөгөн Али өсөнсө тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла. Бер нисә тапҡыр ҡаты яраланыуына ҡарамай, госпиталдән тура кире хеҙмәттәштәре янына юлланыу – ҡаһарманлыҡ өлгөһө түгелме ни?! Әлегә ғаиләһе, балалары, ҡайны-ҡәйнәһе һәм яҡындары янында үткән һәр көнөнөң ҡәҙерен тойоп йәшәгән мәле уның. Балалар менән саф һауала йөрөргә, дауаханала булырға, уҡыу йылына әҙерләргә лә өлгөргән.
Ошо йылдар арауығындағы кисерештәрҙең бер ҡасан да онотолмаясығына аҡылы камил яҡташыбыҙҙың. Алышта дуҫтарыңды юғалтыу, уларға бер нисек тә ярҙам итә алмауың - тегендә иң ауыры икәнлеген Али туранан-тура әйтмәһә лә, аңлауы ауыр булманы.
Али Алтынбаевтың хәрби батырлығы “Намыҫлы хеҙмәт өсөн”, Курскты алғанда ”Ҡаһарманлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы” миҙалдары менән билдәләнгән.
Яҡташтарыбыҙҙың Еңеү менән Тыуған илебеҙгә ҡайтҡанын көтөп ҡалабыҙ.