Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Августа , 11:55

МХО ветеранының ғаиләһен хәстәрләп

.«Рәсәй Эше» кадрҙар үҙәгендә «Беҙ бергә" сараһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары менән осрашыуҙар үткәрелә. Консультанттар мөрәжәғәт иткән граждандарға хеҙмәт баҙарындағы хәл һәм талап ителгән һөнәрҙәр тураһында, эшкә урынлашыуҙың көнүҙәк мәсьәләләрен аңлата, шулай уҡ төрлө программалар буйынса һөнәри белем алыу йәки ҡайтанан уҡытыу мөмкинлектәре тураһында хәбәр итә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндә бушлай уҡытыу (ҡайтанан уҡытыу), һөнәри йүнәлеш биреү сараларында ҡатнашыу, шулай уҡ үҙ эшен асыу, эшкә урынлашыу һәм мәшғүллек мөмкинлеге беренсе сиратта дәүләт ярҙамы сараларын ала.

МХО ветеранының ғаиләһен хәстәрләпМХО ветеранының ғаиләһен хәстәрләп
МХО ветеранының ғаиләһен хәстәрләп

Шундай осашыуҙарҙың береһендә "Хан" позывнойлы яуги ҡатынына автомәктәптә уҡыу өсөн сертификат тапшырҙылар. (Тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ).

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас