

МХО-ла ҡатнашыусыларға ҡарата һалым бурыстары буйынса бурыстарҙы алып ташлау ҡаралмаған, ләкин шул уҡ ваҡытта уларҙы туҡтатып торорға мөмкин. Бының өсөн банктарға, шулай уҡ суд приставтары хеҙмәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ғариза бурыслының ғаилә ағзаһы тарафынан (ғаилә ағзалары менән бурыслының туғанлығын раҫлаусы документтарҙы ҡушып) бирелергә мөмкин.
Банктар өсөн бындай тәртип Федераль закондың (29.12.2022, №603-ФЗ) 7-се статьяһы менән билдәләнгән. Шуға ярашлы, банк бурыслының башҡарма эште туҡтатып тороу тураһында үтенесе менән ғаризаһын алған көндән башҡарма документтар буйынса аҡса средстволарын юллау тураһындағы талапты башҡарыуҙы туҡтатып тора.
Приставтар өсөн бындай тәртип “Башҡарма производстов тураһында” Федераль закондың (02.10.2007, №229-ФЗ) 40-сы статьяһының 1-се өлөшөнөң 3-се пунктында ҡаралған.
Шулай итеп, махсус хәрби операцияла (МХО) ҡатнашыусы хәрбиҙәр өсөн уларҙың түләнмәгән бурыстарын юллау уларҙың (йәки уның туғанының) банк хеҙмәтенә биргән ғаризаһы буйынса, шулай уҡ, әгәр башҡарма производство булған осраҡта – суд приставтары хеҙмәтенә бирелгән ғариза нигеҙендә туҡтатылып торорға мөмкин.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 30-сы район-ара инспекцияһы.