Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Барыһы ла Еңеү өсөн
20 Августа , 03:05

Һалдат ғаиләләре хәстәрләнә

Һалдат ғаиләләре хәстәрләнәҺалдат ғаиләләре хәстәрләнә
Һалдат ғаиләләре хәстәрләнә

Махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ил һағындағыларға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ яугир ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.

Ошо көндәрҙә райондың Сәйет ауылында йәшәгән Людмила һәм Анатолий Петровтар утын менән тәьмин ителгән. Уларҙың улы 2025 йылдан алып МХО-ла контракт буйынса хәрби хеҙмәттә.

- Биләмәлә йәшәгән яугир ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә хәстәрлек күрһәтергә тырышабыҙ. Улар төрлө һорау менән мөрәжәғәт итә. Был юлы ауылдашыбыҙҙың ата-әсәһе Людмила Евстафьевна менән Анатолий Терентьевичҡа утын алып килдек.

Кемдеңдер үтенесе тиҙ арала үтәлһә, ҡайһыларына күпмелер ваҡыт талап ителеүе мөмкин. Шулай ҙа, һәр мөрәжәғәтте күҙ уңынан ысҡындырмай, иғтибар күрһәтәбеҙ.

Әйтергә кәрәк, яугирҙәрҙе хәстәрләү мәсьәләһе район хакимиәте етәкселеге менән берлектә башҡарыла,  - ти Денис ауыл биләмәһе башлығы Илфат Байсурин.

«Сыуаш» ҡушаматы менән ил һаҡлаған яҡташыбыҙҙың тыуған яҡҡа имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фото архивтан. 

Автор:
Читайте нас