Көнгәк
+12 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Сентябрь , 12:29

Дошман уты аҫтында боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек килтергән

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Таһир Күсимов исемендәге батальоны водителе Юрий Филёв Суворов миҙалы менән бүләкләнгән. Тейешле бойороҡҡа МХО биләмәһендә хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн ҡул ҡуйылған, тип хәбәр итә «Башҡорт батальоны» каналы.

Дошман уты аҫтында боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек килтергәнДошман уты аҫтында боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек килтергән
Дошман уты аҫтында боеприпастар һәм аҙыҡ-түлек килтергән

Киров өлкәһендә тыуып үҫкән рядовой Юрий Филёв өс йыл «Омут» позывнойы аҫтында Башҡортостан подразделениеһында хеҙмәт итә.

Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә төркөм етәксеһе Юрий Филёв дрондарҙың даими һөжүме, шулай уҡ ВСУ-ның миномет һәм артиллерия уты аҫтында фронт һыҙығына боеприпастар, һыу һәм аҙыҡ-түлек килтереүҙе ойошторған. Һалдат бурысты үтәгән һәм шәхси состав араһында юғалтыуҙарға юл ҡуймаған.

Эдуард Ҡусҡарбәков.

Фото һәм материал: "Башинформ".

Автор:
Читайте нас