

Бөгөн МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.
Республикала яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш район-ҡала хакимиәттәре үҙ сараларын булдыра.
Был йәһәттән мәләүездәр ҙә әүҙем.
Һалдат ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү - мөһим хәстәрлек сараһының береһе. Шәхси йортта һәм ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бигерәк тә.
Ошо көндәрҙә Сәйет ауылында йәшәгән Гүзәлиә Родионоваға утын ҡайтарылған. Уның ире 2023 йылдан контракт нигеҙендә ил именлеген һаҡлай.
- Биләмәлә йәшәгән яугир ғаиләһенә утын әҙерләп бирҙек. «Айыу» ҡушаматы менән МХО-ла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың ҡатыны Гүзәл Таһир ҡыҙының мөрәжәғәте ыңғай хәл ителде.
Ил һағындағыларҙы хәстәрләү беҙҙең төп бурыстарҙың береһе, - ти Денис ауыл биләмәһе башлығы Илфат Байсурин.
«Айыу»ға ғаиләһе һәм яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын.
Фото архивтан.