Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентября , 02:05

Изге күңелле танкист

Һәр йәштә лә ир-егет өсөн армия иң яҡын һәм яратҡан темаларының береһе булып ҡала.

Изге күңелле танкистИзге күңелле танкист
Изге күңелле танкист

Һәр йәштә лә ир-егет өсөн армия иң яҡын һәм яратҡан темаларының береһе булып ҡала. Көслө зат үтергә тейеш хәрби мәктәп уның ғүмер китабына онотолмаҫ хәтирә булып мәңгелеккә уйыла.

Мәҡәлә геройы Руслан Үҙәнбаев менән дә ил алдындағы изге бурысын үтәгән йылдарға әйләнеп ҡайтып, һалдат мәктәбе биргән тәрбиә хаҡында һөйләштек.

Ул ҡаланың 1-се гимназияһынан һуң 39-сы һөнәрселек училищеһында «Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры» һөнәре буйынса уҡыуын тамамалап, водитель таныҡлығы алғас, изге бурысын үтәргә саҡырыла. Үҙе әйтеүенсә, хәрби хеҙмәткә уны ярайһы һуңлатып, байтаҡ өлкәнәйгәс алалар. 

1999-2001 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Кубинка ҡасабаһында урынлашҡан танк полкында хеҙмәт иткән.

- Ун туғыҙ йәшем тулғас ҡына һалдатҡа алынһам да, малай ғына булып киткәйнем, тип әйтәм. Әрме иһә мине тормошҡа әҙерләп, егет итеп ҡайтарҙы. Үҙем өсөн күп нәмә белеп, хәрби мәктәп әҙерлеге үтеп ҡайттым. Кубинка ҡасабаһында «Бронетанк техникаһы музейы» бар ине. Унда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағынан башлап заманса техника тупланған. Беҙ, һалдаттар, унда йыш була торғайныҡ. Армия илһөйәрлек тойғоһон да үҫтерҙе тип әйтергә кәрәк. Хәрби хеҙмәт үҙ аллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, тәүәккәллеккә, төрлө хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа, үҙ аллы ҡарар ҡабул итергә өйрәтте.  Хеҙмәттәштәрем араһында Мәләүез, Салауат, Өфө ҡалаһы егеттәре булды,  - ти ул йылдарҙы хәтерләп.

Армияла хеҙмәт итеү Ватан алдындағы бурысыңды үтәп ҡайтыу ғына түгел, күңелендә илһөйәрлек тойғоһо булған көслө зат ғүмере буйы ил алдында биргән антына тоғролоҡ һаҡлап, үҙен изге эштәргә бағышлап йәшәй.

Руслан Фәйзулла улын күптәр махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам күрһәтеүсе кеше булараҡ та белә. Ирекмәндәр араһында ул «Изге күңелле танкист» булараҡ билдәле. Мәскәүҙә эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, ул ил һағындағыларҙы хәстәрләүҙән туҡтамай.

- Урындағы «Йөрәк ҡушыуы буйынса», «Ышаныслы тыл», «Мобилизацияланғандар» ирекмәндәр хәрәкәттәре етәкселәре менән бәйләнештәмен. «Изге күңелле танкист» ҡушаматын да үҙемә ирекмәндәр ҡушҡандыр, моғайын. Егеттәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырышам: ҡайһы саҡта аҡса менән йә кәрәкле әйбер һатып алам. Бөгөн МХО-ла бик күп танышым ҡатнаша, - ти Руслан.

Яҡташыбыҙ әйтеүенсә, армия кешене физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да үҫтерә: тормош ауырлығына ҡаршы торорға, Тыуған илдең, кешеләрҙең, атай-әсәйҙең ҡәҙерен белергә өйрәтә.

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас