

Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары Рөстәм Күсәрбаев, Сергей Строилов, Тимур Баскаков ҡаланың индустриаль колледжы уҡыусылары менән осрашты.
Улар йәштәргә ил именлеге һағына баҫырға нисек һәм ҡасан ҡарар ҡабул итеүенән алып МХО биләмәһендә үткән хәрби юлы хаҡында һөйләне.
Сараға килгән һәр яугир үҙ күңел кисерештәре менән дә ихлас уртаҡлашырға ашыҡты. Улар иһә яу яланындағы ауырлыҡҡа, хәрби хеҙмәт нескәлектәренә, ысын ир-егеттәр дуҫлығына, тоғролоҡҡа һәм илһөйәрлеккә бәйле ине.
Колледж уҡыусылары хәрбиҙәргә үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе.
Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт гәзиттең 40-сы һанында баҫыла.
Автор фотолары.