

Бөгөн МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү - төп бурыстарҙың береһе.
Республикала яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтелә. Бынан тыш район-ҡала хакимиәттәре үҙ сараларын булдыра.
Был йәһәттән мәләүездәр ҙә әүҙем.
Һалдат ғаиләләрен утын менән тәьмин итеү - хәстәрлек сараһының береһе. Шәхси йортта һәм ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бигерәк тә.
Ошо көндәрҙә Сәйет ауылында ире контракт буйынса хеҙмәт иткән Гүзәлиә Родионоваға утын ҡайтарылған.
- Биләмәлә йәшәгән яугир ғаиләһенә утын әҙерләп бирҙек. МХО-ла ҡатнашҡан яҡташыбыҙҙың ҡатыны Гүзәл Таһир ҡыҙының мөрәжәғәте ыңғай хәл ителде.
Ил һағындағыларҙы хәстәрләү беҙҙең төп бурыстарҙың береһе, - ти Денис ауыл биләмәһе башлығы Илфат Байсурин.
Яугиргә ғаиләһе һәм яҡындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын, тип теләйбеҙ.
Фото архивтан.