Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Октября , 05:29

Республикала махсус операция геройҙарына һәйкәл асылды

Көйөргәҙе районының 1-се Кинйә ауылында махсус операцияла ҡатнашыусылар хөрмәтенә монумент асыу тантанаһы үтте. Был хаҡта муниципалитет башлығы Лира Тереғолова хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала махсус операция геройҙарына һәйкәл асылдыРеспубликала махсус операция геройҙарына һәйкәл асылды
Республикала махсус операция геройҙарына һәйкәл асылды

Монумент Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарының хәтере мәңгеләштерелгән мемориаль комплекс биләмәһендә ҡуйылған. Һәйкәл янында яңы модулле мәсет тә бар.

«Изге эште миһырбанлылар ярҙамы менән атҡарып сыҡтыҡ. Төп меценат булып яҡташыбыҙ Зиннур Исхаҡов сығыш яһаны. Был башланғысты ауылдан сыҡҡан башҡа яҡташтарыбыҙ ҙа хупланы», — тип һөйләне Лира Тереғолова.

ФОТО ҺӘМ МАТЕРИАЛ: "БАШИНФОРМ".

Автор:
Читайте нас