Барыһы ла Еңеү өсөн
8 Октября , 08:45

Алғы һыҙыҡтан - тыуған яҡҡа

Ике тапҡыр фронтҡа киткән һәм ике тапҡыр иҫән ҡайтҡан - үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға барған егеттең тарихы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Алғы һыҙыҡтан - тыуған яҡҡаАлғы һыҙыҡтан - тыуған яҡҡа
Алғы һыҙыҡтан - тыуған яҡҡа

Олег Арбузов Тыуған ил һағына киткән саҡта аҡса тураһында уйламай, өйҙә ҡалырға сәбәп тә эҙләмәй. Бер мәл ул урыны шунда икәнлеген аңлай һәм әйберҙәрен йыйып, Ватанды яҡларға китә.

Өйҙә уны өс балаһы, һылыуҙары, атаһы һәм һөйгәне көтөп ҡала. Әсәһен ул хеҙмәткә китер алдынан ғына юғалта...

Ике йыл алғы һыҙыҡта

Олег Викторович ике йыл дауамында Донецкиҙа хеҙмәт итә. Башта нығытыусы (закрепщик), һуңынан медик була. Яраланған егеттәрҙе бәрелеш урындарынан алып сыға. Эвакуация ваҡытында үҙе минала шартлай, аҙаҡ Донецк, Луганск, Дон һәм Ростов госпиталдәрендә оҙон юлы башлана.

Екатеринбургта реабилитация үткәс, яңынан махсус хәрби операцияға юллана. Тыуған яҡтарына II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары менән ҡайта.

Алғы һыҙыҡта ниндәй уйҙар килеүе һәм нимә күңелен йылытыуы хаҡында һорауға, Олег Викторович ҡыҫҡа ғына яуап бирҙе: «Үҙемдекеләрҙе тиҙерәк күрергә теләнем. Тере ҡалырға кәрәклеге тураһында уйланым. Хоҙай тәғәлә миңә ғүмер бирҙе, бының өсөн рәхмәт!»

Өйгә ҡайтыу

Бөгөн Олег Арбузов тыныс тормошҡа күнегә. Ветерандар осрашыуҙарына йөрөй, төрлө сарала ярҙам итә. Алда - Ксения менән туй көнө. «Һуғыш һаман да төшкә инә. Әммә эргәмдә Ксения һәм был иң мөһиме», - ти яугир.

Яңы ғына әйләнеп ҡайтҡан егеттәргә Олег Викторович һаулыҡ, мөхәббәт һәм тыныс тормош теләй. Һәм ярҙам һорап, «Ватанды һаҡлаусылар» фондына һәм психологтарға мөрәжәғәт итергә кәңәш итә. «Үҙегеҙҙе борсоған уй менән яңғыҙ ҡалмағыҙ», - ти ул.

Ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала

Мәләүездә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы эшләй. Социаль координаторҙар ветерандарҙә һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләрен «бер тәҙрә» режимында оҙатып йөрөй: медицина һәм социаль реабилитация, психологик ярҙам, документтар һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын рәсмиләштереү, ҡайтанан уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу менән ярҙам итә. Күпселек мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә була. Мәләүездәге филиалдың адресы: Ленин урамы, 73.

Вставка

“Беҙҙең алғы һыҙыҡтағы егеттәр ғаиләләренең бер нәмәгә лә мохтаж булмауына ышанырға, МХО-ла яҡындарын юғалтҡандар беҙҙең һәр ваҡыт улар менән бергә булыуыбыҙҙы, уларҙы ҡайғы-хәсрәттә яңғыҙ ҡалдырмаясағыбыҙҙы белергә тейеш. Ә өйөнә ҡайтҡандарға тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итәсәкбеҙ. Был - беҙҙең төп бурыс, - тип билдәләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Гөлназ САЛАУАТОВА.

Фото архивтан.

Контракт төҙөргә теләүселәр Мәләүез ҡалаһы, Ленин урамы, 148-се йорт адресы буйынса 12-се кабинетҡа мөрәжәғәт итә ала.

Белешмә өсөн телефондар: (34764)3-25-24, 8927-347-63-06.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас