

Унда кадет корпусының 23 беренсе курс студенты (11-е - гүзәл зат) төркөмдәштәре, командирҙары, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм яҡын кешеләре алдында кадет намыҫын ҡәҙерләргә һәм киләсәктә Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе.
Кадет сафына баҫҡан уҡыусыларҙы район хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин ҡотлап, киләсәктә яҡшы билдәләргә уҡыуҙарын, дуҫлыҡ рухына тап төшөрмәүҙәрен теләне.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө йылдарҙа колледжды тамамлап, локаль бәрелештәрҙә, махсус хәрби операция барышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡта иҫкә алды, һәйкәлгә сәскә һалды.
Автор фотолары.