Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Апрель , 16:24

ҺҮГЕНЕҮ ҺҮҘҘӘРЕ ЛӘ БАР...

Ниндәй генә һүҙ юҡ! Бер үк һүҙҙең донъя телдәрендә төрлөсә яңғырағаны тураһында уйланһаң иҫ киткес байлыҡ бит ул һүҙ.

ҺҮГЕНЕҮ ҺҮҘҘӘРЕ ЛӘ БАР...
ҺҮГЕНЕҮ ҺҮҘҘӘРЕ ЛӘ БАР...

Төрлө һүҙҙәр бар беҙҙең телебеҙҙә. Матурҙары, яғымлылары, күңелде төшөрә торғандары, асыуландырғаны, уйға һалғаны. Көлдөргәне, илатҡаны, күккә сөйгәне. Һүгенеү һүҙҙәре лә бар ҡулланылышта.

Үҙем кешене кәмһеткән, ҡайғыртҡан, асыуландырған һүҙҙәрҙе әйтмәҫкә тырышам. Әйтергә тейеш булған урында иһә насарҙың, ямандың исемен әйтмәй генә еткерәм. Шуға ла, әле бына иҫләп ултырам, бер ҡасан да әйткән һүҙем өсөн үкенгәнем булманы.

Ә шулай ҙа иң яратҡан һүҙем “рәхмәт”. Был һүҙҙе шул тиклем әйтергә яратам. Әйтә торған кешеләрем дә күп. Кешеләргә генә түгел, ә үткән көнгә, иртән уянғанға, ейгән ризығыма, күргән, осраштырған кешеләремә, мине тап ошондай итеп яралтҡан әсәй-атайыма, туғандарыма, хеҙмәттәштәремә рәхмәт әйтәм. Хатта мине ул тиклем үҙ итеп бөтмәгәндәргә лә рәхмәт әйтәм бит ул. Сөнки тап уларҙың булғанына мин яҡшыраҡ булырға тырышам.

Был һүҙҙе әйтеүҙән бер ҡасан да ялҡмайым. Шундай матур һүҙ ул. Шундай яғымлы! Уны тик ихласлыҡ һәм ысын күңелдән генә әйтеп була. Уны асыуланып әйтеп ҡарағыҙ әле. Килеп сыҡмай, шулай бит!

Рәхмәт һүҙе яҡшылыҡҡа ҡаршы белдергән ризалыҡ, ҡәнәғәтлек тойғоһон аңлата. Һеҙҙең дә, дуҫтар, рәхмәт әйтә торған кешеләрегеҙ, мәлдәрегеҙ күп булыуын теләйем!

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: