Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель , 13:24

Көслө ташҡын көтөлә

Йылғаларҙа боҙ ҡасан ҡуҙғала?

Республика йылғаларында боҙ ҡуҙғала башланы.  Яуым-төшөм әллә ни күп булмаһа ла, көндәр йылытыуға бәйле ҡар ныҡлап ирей.

Тығындар булғанда һыуҙың күтәрелеп, үҙәненән сығыуы көтөлә. Йылға бассейндарындағы ауылдарҙың ярға яҡын урынлашҡан урындарын һыу баҫыуы ихтимал. Боҙ тығылыуы арҡаһында йылғаларҙағы һыу кимәленең күҙалланған кимәлдән ашып китеүе лә мөмкин. Ошоға бәйле, район-ҡала халҡы менән төрлө ведомство вәкилдәре алдан уҡ аңлатыу эштәре алып барҙы. 

Балаларҙы һыу сығанаҡтарына ебәрмәгеҙ, ярға яҡын бармағыҙ! Боҙ киткәнен ҡарау өсөн күпергә, йылға ярына яҡын урынлашҡан ағасҡа менмәгеҙ! Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ!

Көслө ташҡын көтөлә
Көслө ташҡын көтөлә
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: