Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Апрель , 10:15

ОСАГО БУЙЫНСА ТҮЛӘҮҘЕ НИСЕК АЛЫРҒА?

Еңелсә генә юл-транспорт ваҡиғаһы ла ваҡыт юғалтыуға һәм кәйеф боҙолоуға килтерә. Әгәр авария һеҙҙең арҡала булмаһа һәм унда ҡатнашыусыларҙың бөтәһенең дә ғәмәлдәге ОСАГО полисы булһа, автомобилде ремонтлауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн страховка компанияһы ҡаплай.

ОСАГО БУЙЫНСА ТҮЛӘҮҘЕ НИСЕК АЛЫРҒА?
ОСАГО БУЙЫНСА ТҮЛӘҮҘЕ НИСЕК АЛЫРҒА?

 Ваҡытығыҙҙы экономиялау өсөн:
- ике машина ғына бәрелешһә;
- кешеләр зыян күрмәһә, европротокол рәсмиләштерә алаһығыҙ.

Водителдәр үҙ-ара килешеп (европротоколды рәсмиләштереү өсөн телефон ҡушымтаһын ҡулланып, ваҡиға урынын һәм машиналарына килгән зыянды фотоға төшөрһә), авария ошо ысул менән рәсмиләштерелһә, страховка ойошмаһы һеҙгә 400 000 һумға тиклем күләмдә сығымды ҡаплаясаҡ.
 ЮХХДИ-ны түбәндәге осраҡтарҙа саҡырырға тура киләсәк:
- аварияла зыян күреүселәр булһа;
- икенән артыҡ автомобиль бәрелешһә;
- транспорт сараһына ғына түгел, башҡа нәмәләргә ла зыян килһә;
- водителдәрҙең береһендә ОСАГО полисы булмаһа;
- водителдәр үҙ-ара килешә алмаһа.

Был осраҡта 400 000 һумға тиклем компенсацияға иҫәп тоторға мөмкин.

Түләү алыр өсөн ваҡиғанан һуң 5 көн эсендә:

- әгәр автомобилдәр генә зыян күргән булһа, үҙегеҙҙең страховка ойошмаһына;
- кешеләр зыян күргән осраҡта ғәйепленең страховкалаусыһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Һеҙгә:
- паспорт;
- ЮХХДИ протоколы йәки европротокол;
- паспорт һәм водитель таныҡлығы;
- автомобилгә милек хоҡуғы тураһында документтар;
- фото-һәм видеофиксация материалдары һәм, әгәр булһа, шаһиттарҙың яҙма күрһәтмәләре кәрәк буласаҡ.

Әгәр европротокол төҙөгән булһағыҙ, Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза бирергә мөмкин.

Страховка компанияһы документтарҙы алғандан һуң һеҙҙең эште 20 көн эсендә ҡарай. 5 эш көнө эсендә зыянды баһалау өсөн һеҙ страховкалаусыға машинағыҙҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Был процедураларҙан һуң компания йә аҡса күсерә, йә машинағыҙҙы ремонтҡа ебәрә.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: