Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Апрель , 12:10

Һөйләмәм тигән инем...

Абау, һөйләһәм үҙе ҡурҡып китәм. Беҙҙең мейе менән кем идара итә һуң?

Элек класташтар менән яҙҙың матур мәле 1-се май байрамында осраша инек Беренсенән, оҙайлы ял көндәре, икенсенән, ауылға ҡайтып ата-әсәй, туғандар  менән осрашып, ярҙам итәбеҙ. Көндөҙ сағыу ҡояш нурҙарына һөйөнөп әллә күпме эш башҡарыла. Йола буйынса кискеһен ауылдан йыраҡ түгел аҡҡан йылға буйына йыйылабыҙ.

Сираттағыһында ни сәбәптәндер осрашыуға барғым килмәне. Көн оҙоно күңелемә урын таба алмай үрһәләндем, йөрәгем әллә нимә булырын һиҙгән һымаҡ, күкрәккә һыймай. Хәлем бөтөп, төпкө бүлмәгә инеп, мендәргә башымды терәүем булды, һаташа башланым. ...Имеш, егет-ҡыҙҙар шашып аҡҡан йылға ярында шешлек ҡура. Бөтәһе лә шат, көлөшә, шаяра. Шул саҡ йылғанан балыҡ башлы иләмһеҙ ҙур йән эйәһе сыҡты ла, арты менән ултырған Әҙилә класташымды аяҡтарынан эләктереп, урғылып аҡҡан һыуға һөрәй икән, тим. Бөтәһе лә, ярҙан йырағыраҡ йүгерә, ҡаса. Әҙиләнең йөрәк өҙгөс тауыш менән ҡысҡырғанына тертләп уянып киттем дә, бының ни бары төш кенә икәнлегенә шатланып урамға сыҡтым.

10 минут та үтмәгәндер, күрше апай йөрәк ярырлыҡ ҡурҡыныс хәбәр еткерҙе. Яландан һарыҡтарын алып ҡайтырға сыҡҡан Әҙилә, яр ишелеп йылғаға осҡан. “Кәүҙәһен тапмайҙар, эҙләйҙәр”,- тине ул , шешенгән күҙҙәрен күрһәтергә теләмәй.

Был төш-һаташыу 8 йыл үтһә лә һаман да тынғы бирмәй. Хәҙер 1 май байрамында класташ ҡыҙыбыҙҙың ҡәберенә барабыҙ. Ниндәйҙер көс мине иҫкәртергә теләнеме, мин шунда уҡ телефондан Әҙиләгә шылтыратһам, бәлки, был фажиғә булмаҫ ине.

Һөйләмәм тигән инем...
Һөйләмәм тигән инем...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: