Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Апрель , 10:18

Бөгөн милли кейемдәр көнө, дуҫтар!

Һеҙҙең гардеробта милли кейем бармы? Уны көндәлек тормошта ҡулланыуға нисек ҡарайһығыҙ?

Тәңкәләрҙең ихлас сыңлауы...

Тарихтарҙан ҡалған аманатты,

Һаҡлай халҡым - оло батырлыҡ.

Зауыҡлы ла милли кейемебеҙ,

Кейәйексе тойоп ғорурлыҡ.

Башҡорт ҡыҙҙарының текә баҫып,

Атлап китеүҙәрен күрегеҙ!

Тылсымлы ла, серле эске тойғо,

Милли кейемдәрҙә, белегеҙ!

Ошо тойғо рухты үҫтерәлер,

Үткәненә халҡым асылын.

Йөрәгемә бер моң булып аға,

Тәңкәләрҙең ихлас сың-сыңы...

Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.

Бөгөн милли кейемдәр көнө, дуҫтар!
Бөгөн милли кейемдәр көнө, дуҫтар!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: