Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель , 19:16

Күңел торошоғоҙ нисек? Уҡып сығығыҙ әле. Һеҙҙең турала түгелме?

Һеҙҙең нисек, минең күңел, ниңәлер тыныс түгел...

Аттай сабып барған ерҙән
Туҡтаған саҡтар була.
Йоҙороҡто йомарлап та
Һуҡмаған саҡтар була.

Дөрләгән саҡтар була,
Шөрләгән саҡтар була,
Үҙ-үҙеңде нишләтергә
Белмәгән саҡтар була.

Ялҡыны булып, йылытмай
Янған усаҡтар була.
Йылынам тиеп һыйынған
Һалҡын ҡосаҡтар була.

Кешеләргә күрһәтмәйсә
Илаған саҡтар була.
Ҡайсаҡ, ярарға тырышып,
Йылмайған саҡтар була.

Ялған икәнен дә белеп,
Ышанған саҡтар була.
Ҡайсаҡ болотһоҙ көндә лә,
Йәшнәгән саҡтар була.

Ник тыуғаныңа үкенеп
Уйланған саҡтар була.
Урынһыҙ рәнйетеүҙәрҙән
Тулаған саҡтар була.

Яңғыҙ ҡалып, һиҙҙермәйсә,
Моңланған саҡтар була.
Дөрөҫлөктөң булмауына
Һыҙланған саҡтар була.

Телде тешләп, һүгенмәйсә,
Тыйылған саҡтар була.
Йәйҙә һары япраҡ төҫлө
Ҡойолған саҡтар була.

Ҡайсаҡ ҡылған ғәмәлдәрҙән
Оялған саҡтар була.
Сәскә тиеп дегәнәккә
Уралған саҡтар була.

Епкә теҙелгән уйҙарҙың
Сыуалған сағы була.
Нахаҡ һүҙҙән был йөрәктең
Һыҙланған сағы була.

Донъяһы дөрөҫ түгелме?
Әллә мин дөрөҫ түгел...
Һеҙҙең нисек, минең күңел
Ниңәлер тыныс түгел.
Й. Шакиров

Күңел торошоғоҙ нисек? Уҡып сығығыҙ әле. Һеҙҙең турала түгелме?
Күңел торошоғоҙ нисек? Уҡып сығығыҙ әле. Һеҙҙең турала түгелме?
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: