Конгэк
+11 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Апрель , 07:22

Бөгөн дә бәхетле булайыҡ!

Бәхет, бәхет, көтөп алған ҡунаҡ...

Мин бәхетле һөйгэн гөлөм сәскә атһа.
Иҫән- һаумы, Әсәй?- тип балам ҡайтһа.
Әссәләмәғәләйкүм тип күршем керһә.
Туғандарым һирәк- мирәк хәлем белһә.
Мин бәхетле һыҙланмайса төнөм үтһә.
Һөйөндөрөп матур-матур төштәр керһә.
Һәр иртәлә көс-хәл йыйып иҫән торһам.
Шөкөр итеп Раббыбыҙға таң аттырһам.
Туғандарым, балаларым иҫән булһа.
Тирә-яҡ күршем, дуҫ- иштәрем һау- көр булһа.
Тағын ниндәй бәхет кәрәк кеше өсөн.
Бер Аллаға шөкөр итәйек барыһы өсөн!
(с)

https://rbsmi.ru/work/frontend/web/issue-map/update/1990516

Бөгөн дә бәхетле булайыҡ!
Бөгөн дә бәхетле булайыҡ!
Автор:
Читайте нас: