Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июнь , 21:02

Әпсен-төпсөн, шайтан үпһен тимәгеҙ әле...

Ышанһаң-ышан, ышанмаһаң – юҡ

Ауыл осонда ине уларҙың йорто. Тырышып йорт күтәреп бер-ике йыл йәшәп өлгөрҙөләрме-юҡмы, ни сәбәптәндер, ир йәшләй генә вафат булды. Мунсала йыуынғанда йөрәге туҡтаған, тинеләр. Ауылда ярҙырырға алып бармайҙар, күптәрҙең үлеменә йөрәк сәбәпсе тип мисәт ҡуялар. Хәйер, вафат булһаң барыбер ҙә ер өҫтөндә ҡалмайһың.

Хәниф ағайҙың кәүҙәһен мунсанан алып ҡайтҡан ағайҙар һуңғараҡ ҡурҡыныс хәбәр һөйләне:

  • Мунсаның ишеге, стеналары үткер бәке менән һыҙылған һымаҡ, буй-буй тырналған. Бәләкәй генә тәҙрә уйымы иҫке таҫтамал, сепрәк менән томаланған. Миндек япраҡтары араһында оҙон сал сәстәр сосорап күренә. Тимер тас ниндәйҙер ҡаты нәмәгә һуҡҡан һымаҡ, йәмшәйеп бөткән. Хәниф ағайҙың тәнендә лә тырналған эҙҙәр, муйынында ҡанлы төйөрҙәр ҡатып ҡалған.

Был хәлде Фатима еңгә ишеткәс, ул мунсаға аяҡ та баҫмаясағын белдереп илаған икән, тип һөйләгәндәрен ишеттем. Гел генә кешелә йыуынып булмай, фермала эшләгәс аҙнаһына бер булһа ла, үҙендә яҡмай булмағандыр.

Миңә 10-12 йәштәр самаһы ине. Көтөү ҡыуғандан һуң сәй эсергә йыйынған әсәй янына Фатима еңгә инде. Ике йәш ҡатындың эс  серен теләмәһәм дә, тыңларға тура килде.

“Аптыратты шул нәҫтәкәй, Мәрйәм. Мунсаға бармай башлаһам, төн йоҡоһо бирмәй, өй башында, соланда йөрөй. Кистән ишеккә типке һалам. Төндәрен лапаҫта утын ярғанын да ап-асыҡ ишетәм. Кешегә күренмәй, ишетелмәй, ә мин шул йөнтәфей затты ишетәм, миңә ҡағылғаным тоям. Мунсаны оҙаҡ инәһең, тиҙәр, ул бит сығармай йонсота. Иҫем инәрле-сығарлы була шул мәлдә, исмаһам ҡысҡыра ла, ҡаса ла алмайым. Еҫе лә, күләгәһе лә, тотор кәүҙәһе лә юҡ үҙенең. Томан тиһәм инде, дөрөҫ булмаҫ. Ә бына матҡып тотҡан урындары күгәреп сыға”

Фатима апай күгәргән урындарын күрһәтте буғай, әсәйем илап ебәрҙе:

“Күршекәйем, бөтөргән бит тәнеңде, иләккә әйләндергән, нисек былай утыҙлаған һыйыр һауаһың? Муллаға бар, йортоңа Ҡөръән уҡыт йә бөтөнләй күсеп кит!”.

Минең уянғанымды һиҙҙе әллә, Фатима апай ашығып ҡайтырға йыйынды. Ишек алдында беҙҙән 4-5 йорт аша баҡса башында урынлашҡан мунса яғына ҡарамаҫҡа маташһам да, әле генә ишеткән ғибрәтле ваҡиға шаһиты булараҡ, күҙем барыбер ҙә шул яҡҡа төшә. Күңелгә шом оялағас, үҙебеҙҙең мунсаға ла яңғыҙ йөрөмәй, тик әсәй менән барыр булдым.

... Бер йылдан Фатима еңгәнең мунсаһы янды. Инде аҡылдан яҙа башлаған ҡатынды уны үҙе яндырған, ут төрткән икән, тинеләр... Меҫкенкәйҙең мунсаһы тирәләй илай-көлә сәпәкәйләп йүгергәнен, кемгәлер ҡул болғағанын, йоҙроҡ күрһәткәнен  халыҡ оҙаҡ ҡына һөйләне.

Ә мин еңгәнең кемгә йоҙроҡ күрһәткәнен белә инем...

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

 

 

Әпсен-төпсөн, шайтан үпһен тимәгеҙ әле...
Әпсен-төпсөн, шайтан үпһен тимәгеҙ әле...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: