Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июнь , 12:47

Бәхетебеҙ һәм ғорурлығыбыҙ һин, әсәй!

Бөгөн, 25 июндә, Арыҫлан ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Лилиә Шәүәли ҡыҙы Имелбаева 85 йәшлек юбилейын билдәләй. Ҡәҙерлебеҙгә бар һөйөүебеҙҙе, ихтирам һәм хөрмәтебеҙҙе белдереү өсөн һүҙҙәр генә етмәй.

Бәхетебеҙ һәм ғорурлығыбыҙ һин, әсәй!
Бәхетебеҙ һәм ғорурлығыбыҙ һин, әсәй!

Әсәйебеҙ иң яҡшы һәм кәрәкле һөнәрҙе һайлап, ғүмере буйы ауылда фельдшер булып эшләне. Дөрөҫөрәге, ул ошо изге ғәмәл менән әле лә йәшәй: тәнде лә, йәнде лә дауалай.

1939 йылда Әсмә һәм Шәүәли Таштимеровтарҙың ишле ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән ҡәҙерлебеҙ. Атаһы фронтҡа китеп әйләнеп ҡайтмаған, әсәһе иҫән ҡалған биш баланы бер үҙе үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған. Әсәйебеҙ 18 йәшендә үк Смаҡ ауылының фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай. Һиҙгер, иғтибарлы һәм хәстәрлекле ҡыҙҙы шунда уҡ ауыл халҡы яратып өлгөрә, Моҡас, Исламғол, Яңауыл, Яҡтыкүл ауылдарында изге күңелле белгесте әле лә хөрмәт менән иҫләйҙәр. Һөнәре уның тәғәйенләнеше булһа, тәжрибәне бөртөкләп туплай. Остазы Мәбүрә апайға күп нәмәгә өйрәткәне өсөн ғүмере буйы рәхмәтле.

Бер аҙҙан әсәйебеҙгә Шәрип ауылындағы ФАП-ты ышанып тапшыралар. Көн буйына бында халыҡты ҡабул итә, дауалай, ҡотҡара, ә кис тыуған Арыҫлан ауылына ҡайтыуына уның изге ҡулдарына һәм оҫталығына өмөтләнгән ауылдаштары көтөп тора. Шуға улар әсәйебеҙҙе «Әүлиәлер ул Лилиә” тип атай. Хәҙер күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: ул ваҡытта ике ауылда 320 бала иҫәпләнгән! Уларҙың күбеһенә яҡты донъяға тыуырға тап әсәйебеҙ ярҙам иткән.

Ҡәҙерлебеҙ бер ҡасан да үҙ ваҡыты менән иҫәпләшеп ултырманы. Әгәр кемдеңдер хәле насарайып, ярҙам һорап килһәләр, тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында сығып китә ине. Ял көнө йәки отпуск тураһында ла уйламайынса, иң мөһиме - ауырыуға ашығыс ярҙам күрһәтергә ашыҡты. Эше унан иғтибарлылыҡ, сабырлыҡ һәм универсаль белгес булыу һәләтен талап итә ине.

Шундай тынғыһыҙ, яуаплы эштә булыуына ҡарамаҫтан, әсәйебеҙҙең һөйөүе һәм хәстәрлеге барыбыҙға ла - атайға ла, Риф улына, Ләйсән ҡыҙына, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәренә, бүләләренә лә етә. Атай-әсәйебеҙ ҡорған ғаилә беҙҙең өсөн матур тормош өлгөһө булды. Тап уларға ҡарап беҙ үҙ-ара ихтирамдың, мөхәббәттең, эшһөйәрлектең һәм ысын кешелек бәхетенең нисек булырға тейеш икәнлеген күреп, төшөнөп үҫтек. Атай менән әсәй тиң пар булып, беҙҙең өй усағының йылыһы туғандарыбыҙға ла, дуҫтарыбыҙға ла етерлек булды.

Атайыбыҙ Миңнулла Имелбаев та ауылда абруйлы ине, күп йылдар намыҫлы водитель булып эшләне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәкерле ковид сире 2020 йылда уны мәңгелек донъяға алып китте. Әсәйебеҙ юғалтыуҙы сабыр кисереп, хәҙер игелек һәм шәфҡәтлелек менән тулы йөрәгенә икеләтә көсөргәнеш алып беҙҙе - балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен ҡурсалап йәшәй. Ул беҙҙе берләштерә һәм намыҫлы йәшәргә, үҫергә, маҡсаттарға өлгәшергә көс бирә.

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ! Күҙҙәреңдә диңгеҙҙәй аҡыл, ҡулдарыңда тауҙай хеҙмәт һәм йөрәгеңдә йыһандай изгелек һинең! Күңел йылыһы, мөхәббәт һәм хәстәрлек таратыусы Ҡояшыбыҙ һин. Беҙ һине бик яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ һәм һинең эргәңдә үткәргән һәр минутты ҡәҙерләйбеҙ. Хоҙай беҙгә оҙаҡ йылдар һине шатландырырға һәм бергә бәхетле, матур тормошобоҙға шатланып, һаулыҡта, именлектә йәшәргә ярҙам итһен!

Иң изге теләктәр һәм ҡотлауҙар менән, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүләләрең.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: