Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Июль , 13:49

Ҡәйнәм улына эс кейемен үҙе һайлай ине

Иртүк йоҡо бүлмәһенә инеп ултыра ла... 

Улының арҡаһына массаж яһай...Эске кейемен дә тикшерә

Кейәүгә сыҡҡанда иремдең әсәһенең уҫал икәнлеген белә инем.

Бер ай йәшәнекме-юҡмы, “ҡәйнә”леген күрһәтә башланы. Һуң ятып, иртүк тора ла бүлмәгә килеп инә лә, карауатҡа ултырып улының арҡаһын ыуа, сәсен һыпыра башлай.

Башта аңламаным, туҡтар, улы бит түшәктә бер үҙе түгел, кәләше менән, тип уйлай инем.

Шулай бер төн ҡунаҡҡа барҙыҡ та һуңға ҡалып ҡайтып киләбеҙ. Ҡараһам, ҡапҡа төбөндә ҡәйнәм тора. Ҡулында таяҡ, һауа һуларға сыҡҡандыр был, тигән уй үтте башта. Янына килеп еткән инек, таяғы менән һелтәнеп, минең арҡама һуғып ебәрҙе. Нимә булғанын да аңламай, иремдең артына йәшеренергә маташам, ә тегеһе, мине яҡлар урынға, ҡырт боролоп, ихатаға инде лә китте. Урамда ауыртҡан урындарымды һыпырып бер ни аңламай илап тороп ҡалдым – ҡәйнә менән  улы йортҡа соландың утын һүндереп, йортҡа йүнәлде. Иремде сығыр, мине тынысландырыр, тип көтөп арый башлағас, инһәм, аш бүлмәһендә тыныс ҡына сөкөрҙәшеп  сәй эсеп ултыралар. Беләһегеҙме, мине нимә шаҡ ҡатырҙы?! Мәүеш ирҙең мине яҡламауы, ҡәйнәнең ике ай ҙа бергә йәшәмәгән килененә  сәбәпһеҙгә ҡул күтәреүе лә түгел, ә йылан ыҫылдаған тауыш менән: “Тағы минең баламды йоҡоһон ҡалдырып ҡунаҡта йөрөтһәң, йортҡа аяҡ та баҫтырмайым”, - тигән һүҙҙәре булды.

 Иртәгәһенә әйберҙәремде төйнәп ҡайтып киттем. Әсәһенән айырылмаған ир кемгә хәжәт? Арҡаһына массаж эшләп, уның эске кейеменә тиклем үҙе тәҫләгән әсәйҙең балаһы  ҡатын менән йәшәй алыр тип уйлайһығыҙмы?!

Ғәлиә ХЫЗЫРОВА, 26 йәш.

Ҡәйнәм улына эс кейемен үҙе һайлай ине
Ҡәйнәм улына эс кейемен үҙе һайлай ине
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: