Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Июль , 15:56

Ике уңған тура килһә, мөхәббәте була мәңгелек

Мөхәббәткә тоғро парҙар! Ниндәй бәхетле һеҙ!

Ҡала никах теркәү йортонда 50 йыл бергә йәшәгән парҙар тәбрикләнде.  Сара Рәсәйҙә Ғаилә йылы, шулай уҡ яңыраҡ билдәләнгән ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө сиктәрендә уҙҙы.

Бөгөн Рәмилә һәм Назир  Тубиловтар, Валентина һәм Николай Колесниковтар, Надежда һәм Николай Щербаковтар, Рифҡәт һәм Миңлемәүдединә  Аҙнағоловтар, Фәйрүзә һәм Наил Таштимеровтарҙың бер-береһенә терәк булып йәшәүҙәренә ярты быуат.

“Һеҙҙең  ярты быуат ҡайғы-шатлыҡты  бергә кисереп йәшәүегеҙ  оло ихтирамға лайыҡ. Мөхәббәт, аңлашыу, наҙлы хистәрҙе оҙаҡ йылдар һаҡлап, ҡаршылыҡтырҙы  бергә еңеүегеҙгә  һоҡланам. Бәхетле  балалар үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәр, бүләләр тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерәһегеҙ, уларҙа илһөйәрлек, туғанлыҡ хистәре тәрбиәләйһегеҙ”, -тине  ЗАГС бүлеге начальнигы Лилиә Менчикова.

Һәр ғаиләгә Башҡортостан Республикаһы башлығының Рәхмәт хаты һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Кадрҙар хеҙмәте белгесе Ольга Трикоз район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары Александр Попов һәм Кристина  Смирнова   парҙарға йырлы сәләм тапшырғандан һуң һәр ғаилә үҙ исеме яҙылған йөрәктәрҙе “Мөхәббәт ағасы”на элде.  Улар йәш саҡтарын иҫтәренә төшөрөп вальста  өйөрөлдө.

Ике уңған тура килһә, мөхәббәте була мәңгелек
Ике уңған тура килһә, мөхәббәте була мәңгелек
Ике уңған тура килһә, мөхәббәте була мәңгелек
Ике уңған тура килһә, мөхәббәте була мәңгелек
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: