Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль , 08:02

Йылмаяйым әле...

Табип, психологтарҙың бөтәһенә лә ҡулай дауаһы ошо ғына.

Ҡулдарыма һис эш бармай,
Ҡайҙан ғына им табайым?
Әйҙә әле ҡыҙыҡ өсөн
Тирә-яҡҡа йылмаяйым!

Кәйефем юҡ, мәшәҡәт күп,
Ни арала тын алайым?..
Мин эшләмәй кем эшләһен?
Туҡта, берҙе йылмаяйым!

Һис кенә лә тынғы бирмәй
Сирем – кемгә зарланайым?
Зарланыуҙан ниндәй файҙа?
Һиҙмәһендәр - йылмаяйым!

Кемдер ғәйбәт һөйләй икән,
Нисек кенә үс алайым?
Бысранырға теләгем юҡ,
Шартлап китһен – йылмаяйым!

Абынһам да, һөрлөкһәм дә,
Үҙ юлымдан атлап киләм,
Был донъяның бар михнәтен
Мин йылмайып еңә беләм!

Фирүзә Абдуллина.

Йылмаяйым әле...
Йылмаяйым әле...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: