Конгэк
+10 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июль , 07:48

ҺЫУ ЭЙӘҺЕ

Һәр нәмәнең эйәһе булғандай, йылға-күлдең дә бар икән.

ҺЫУ ЭЙӘҺЕ
ҺЫУ ЭЙӘҺЕ

Йәш сағында инәйем, беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр, ҡыш көнө эңер төшкәс һыуға барырға ярамағанлығын белһә лә, көйәнтәһен элеп, йылғаға барған.

Мәкенән һыу алып ҡайтырға сыҡҡас, боҙҙоң шарт та шорт ярылған ҡурҡыныс тауышы ярға еткәнсе артынан эйәреп килгән. Әммә, ныҡ ҡурҡһа ла, бындай осраҡтарҙа артҡа боролоп ҡарарға ярамағанлығын, берәй хәл булыу ихтималлығын ололарҙан ишетеп үҫкәнлектән, өйгә ҡайтҡансы артына әйләнеп ҡарамаған. Иртәгәһенә көндөҙ һыуға барһа, йылға өҫтөндәге боҙ һин дә мин, бер ниндәй сатнау ҙа, йөй ҙә юҡ, көҙгө шикелле ялтырап ята, ти.
Тағы ла йәй көнө булған хәл. Еҙем йылғаһы буйында көтөү көтөп йөрөгәнендә, сарсап китеп, йылғанан һыу эсергә булған. "Һыуға төшәйем генә тигәйнем, башы ни балыҡҡа, ни кешегә оҡшамаған, ҙур күҙле нәмә, кеше башы ҙурлыҡ башын һыуҙан сығара биреп, алдымда ғына ҡарап тора. Ярай, аңғармайыраҡ, ҡапыл һыуға төшмәгәнмен”, - ти. Башҡа ваҡыттарҙа көтөү көткәндә, бүтәнсә ул тирәгә бармаған.

Юҡҡа ғына, йылғаларҙа (бигерәк тә таныш булмаған урындарҙа) һыу эскәндә, һыу эйәһен ризалап: "Һиңә яулыҡ, миңә һаулыҡ" - тип, һыуға һүренте һалып китмәгәндәр. Киленгә һыу юлы башлатҡанда ла һыуға көмөш тәңкә һалғандар.
Тимәк, боронғолар һыу эйәһен ризалау ырымдарын тиккә генә ҡулланмаған, тәбиғәт менән килешеп йәшәгән, уның ҡанундарын теүәл үтәргә тырышҡан.

Мәстүрә ҠУНАҠБАЕВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: