

Рәссамдың ижадын туғыҙ ай буйы әсә ҡарынында үҫеп, мәле еткәс, бар донъяға ауаз һалып тыуған бала менән сағыштырырлыҡтыр.
Оҫта өсөн һәр ижад емеше ҡәҙерле, һәр береһендә үҙ йәненең бер өлөшө, күңел йылыһы, күҙ нуры яҡтыһы сарыф ителгән.
Һәләтле яҡташтарыбыҙ Розалия һәм Рәсим Исмәғилевтар ижадынан да йәнгә һиллек биргән йылылыҡ бөркөлөп торғандай.
Рәсим - рәссам, ижади шәхес, сәнғәттең төрлө төрөн берләштергән күп һанлы ижади сараларҙа ҡатнашыусы, буяу һәм декор оҫталарын берләштергән БР көньяҡ Ассоциация рәссамдары ижади берекмәһе ағзаһы.
Ырымбур өлкәһенә ҡараған Иманғол - 2 ауылы егетенең яҙмышы беҙҙең төбәк менән бәйле. Ул ҡасандыр Мәләүездең 1-се урта мәктәбендә белем алған.
Мәктәптән һуң Өфөнөң 2-се педагогия колледжының художество - графика бүлеген тамамлай. Артабан уҡыуын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дауам итә. Тап шунда уҡығанда донъяға һәм художестволы ижадҡа үҙ ҡарашы барлыҡҡа килә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында БР көньяҡ Ассоциация рәссамдары конкурс-күргәҙмәләрендә, Ишембай ҡалаһында үткән төбәк, райондың Воскресенский ауылындағы картиналар галереяһында ойошторолған балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары күргәҙмәһендә даими ҡатнашып, рәсем һәм композиция оҫталығын юғары кимәлдә күрһәтә.
Рәсим тыуған яҡтың ҡабатланмаҫ матурлығын сағылдырып, пейзаж жанрында үҙенсәлекле картиналар ижад итә. Портрет жанрын уңышлы үҙләштереп, хис-тойғо һәм эске тәрәнлек менән һуғарылған образдар тыуҙыра. Йорт стеналарын, йәмәғәт биналарын сағыу биҙәк һәм уникаль композициялар менән биҙәй.
Уның ҡатыны Розалия Исмәғилеваның ижады ла матурлыҡҡа бағышланған...
Мәҡәләне гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.
Фото архивтан.