

Махсус хәрби операция биләмәһенә 2023 йылда Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп ил һаҡларға юлланған Фәнис Хәлитов («Хәлит» ҡушаматлы яугир) тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, һалдаттарҙы хәстәрләү эшен дауам итә.
Атай өлгөһөндә тәрбиәләнгән ун өс йәшлек Фидалиә ҡыҙы ла ирекмәнлек менән шөғөлләнә.
Ошо көндәрҙә башҡаларҙы хәстәрләп йәшәүсе үҫмер менән осрашып аралашырға тура килде.
Ҡаланың 1-се мәктәбендә белем алған 6-сы класс уҡыусыһы тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә икән. Буш ваҡытында ҡул эше, сатрашлап сигеү менән шөғөлләнә. Киләсәктә кешеләргә файҙа килтерерлек һөнәр алырға теләй.
- 2023 йылда, атайым МХО-ға киткәс, яуҙағыларға кәрәк-яраҡ йыя башланым. Мин ул ваҡытта 4-се класта уҡый инем. Башта атайға һәм уның хәрби иптәштәренә ярҙам итергә теләп, эске кейем, төрлө тәмлекәс, гигиена әйберҙәре һатып алдым. Уларҙы гуманитар ярҙам йыйған мәктәбемә алып барып тапшырҙым. Класташтар менән һалдаттарға хат яҙып, рәсем төшөрөп ебәрҙек. Хаттарҙа хәрбиҙәрҙең рухын күтәрерлек һүҙҙәр яҙҙыҡ.
Бөгөн атай беҙҙең янда булһа ла, изге эшемде барыбер туҡтатмайым. Илде һаҡлаған яугирҙәргә еңел түгеллеген беләм. Уларға кейергә кейем, ашарға ризыҡ кәрәк. Был турала атайым һөйләне. Магазинға ғаилә менән бергә барып, кәрәк-яраҡ алабыҙ, - тип һөйләй Фидалиә.
Эйе, ирекмәнлек хәрәкәтендә йәш сикләүе юҡ. Бары тик күңел киңлеге һәм теләк кенә кәрәк.
«Башҡаларға ярҙам итеү оҡшай. Кемгәлер бәләкәй генә файҙа килтерә алыуым да рәхәтлек бирә». Йәш ирекмәндең әйткән һәр һүҙе уның үҙ тиҫтерҙәрен генә түгел, өлкәндәрҙе лә уйға һалырлыҡ.
Ысынлап та, мохтаждарға ҡарата һәр ҡайһыбыҙ бәләкәй генә изгелек ҡылһа ла, ул башҡа берәү өсөн ҙур бер ярҙамға әүерелергә мөмкин бит.
Күптәргә матур өлгө күрһәтеүең, изгелек тулы йөрәгең, ихлас ярҙамың өсөн рәхмәт һиңә, Фидалиә!
Автор фотоһы.