Мәләүездең һоҡланғыс кешеләре

Бер ғаиләгә - 104 йыл хеҙмәт стажы. Уларҙың барыһы ла «Мәләүез минераль ашламалар заводы»на бәйле.

Мәләүездең һоҡланғыс кешеләреМәләүездең һоҡланғыс кешеләре
Мәләүездең һоҡланғыс кешеләре

Бер ғаиләгә - 104 йыл хеҙмәт стажы. Уларҙың барыһы ла «Мәләүез минераль ашламалар заводы»на бәйле.

Был мәҡәләбеҙҙә һеҙҙе  тырыш һәм уңған династияға нигеҙ һалыусы райондаштарыбыҙ Рәмилә һәм Хәмзә Йәрмөхәмәтовтар менән таныштырабыҙ.

Федоровка районының Әтәс ауылында тыуып үҫкән Хәмзә Ибатулла улы 1971 йылда Өфө нефть институтының «Нефть һәм газ эшкәртеүҙең химик технологияһы» бүлеген тамамлай.

1974 йылда «Мәләүез минераль ашламалар заводы»на термик фосфор кислотаһы цехына смена начальнигы булып эшкә алына. Һуңынан уның етәксеһе була. 1978 йылда экстракцион фосфор кислотаһы цехы начальнигы итеп тәғәйенләнә.

Бай хеҙмәт тәжрибәһе, технологияны яҡшы белеүе, яуаплылығы һәм һөнәри оҫталығы уны предприятиела бөтә процесты контролдә тотҡан белгес вазифаһына кандидат булараҡ күрһәтә.

2010 йылға тиклем производство-техник бүлек начальнигы, заводтың баш инженеры, техник үҫеш бүлеге етәксеһе вазифаларын биләй.

Эш нескәлеген яҡшы аңлауы мөһим башланғыстар авторы булырға ярҙам итә. Тап уның кеүек ышаныслы, яуаплы, эш өсөн йәнен аямағандарҙы заводты «тотҡан» кешеләр тип атайҙар ҙа инде.

Буласаҡ ҡатыны, Федоровка районы Юрматы ауылы ҡыҙы Рәмилә Хәйҙәр ҡыҙы менән улар Мәләүезгә килгәс таныша. Ике райондаш ҡауышып, татыу, матур ғаиләлә Әлфиә, Айгөл һәм Айрат исемле ике игеҙәккә ғүмер бүләк итә. Бөгөн уларҙың өсөһө лә Мәләүездә йәшәй. Әйткәндәй, Йәрмөхәмәтовтарҙың ҡыҙҙары Әлфиә лә бер ни тиклем ваҡыт заводта эшләп киткән. Бөгөн идара итеү бүлегендә эшләгән Айгөлдәренең хеҙмәт стажы - 24 йыл.

Рәмилә Хәйҙәр ҡыҙының яҙмышы ла химзаводҡа бәйле. Ул 1982 йылда урынлашып, башта ремонт-төҙөлөш (РСЦ), 2004 йылдан 2014 йылғаса экстракцион фосфор кислотаһы (ЭФК) цехтарында эшләй. Тегенсенең оҫта ҡулдары байтаҡ йылдар завод эшселәрен махсус кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итә.

Хаҡлы ялдағы апай бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарға эске кейем тегә.   

- Заводта эшләгән йылдар һаман һағындырып иҫкә төшә. Коллектив татыу ғаилә кеүек йәшәне. Хеҙмәттәштәр менән байрамдарҙы бергә билдәләнек, бәпес туйҙарына йөрөнөк. Етәкселәребеҙ һәйбәт булды, улар беҙҙе фатирлы ла, гаражлы ла, баҡсалы ла итте, сифатлы Ҡытай кейемдәре лә кейҙерҙе. Һуңынан илдә үҙгәртеп ҡороу башланып, ҡыйынлыҡтар күрһәк тә, эштән китеү тураһында уйламаныҡ. Ауырлыҡты завод менән бергә күтәреп йәшәнек, - ти Рәмилә апай.

Ил өсөн еңел булмаған, тарихҡа «90-сы йылдар» булараҡ инеп ҡалған шул осорҙа ҙур, күркәм йортҡа нигеҙ һала Йәрмөхәмәтовтар. Уны ла үҙ тырышлығы менән төҙөп сығалар.         

- Етәксе вазифаларҙа эшләгән ирем өйгә саҡ ҡына ял итеп алырға, кейем алмаштырырға ғына ҡайтып йөрөнө тиһәң, һис арттырыу булмаҫ. Ул һәр ваҡыт бөтә көсөн, тырышлығын, күңелен биреп эшләне. Элекке етәкселәрен әле булһа һағынып иҫкә алыусылар бар: урамда күреп, хәлен һорашалар, сәләм тапшыралар, - тип һөйләшеүҙе дауам итте Рәмилә Хәйҙәр ҡыҙы.

Ғаилә башлығы, ғүмере буйы тоғролоҡ һаҡлаған химзаводта 2012 йылдың декабренә тиклем эшләп, хаҡлы ялға китә.

Ҡырҡ йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә Хәмзә Ибатулла улының намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте дәүләт, республика, район кимәлендәге төрлө награда менән баһалана. Улар араһында СССР-ҙың «Почет билдәһе» лә бар.

Ошондай хөрмәткә лайыҡ хеҙмәт династиялары -  районыбыҙ ғорурлығы. Ата-әсәһенән өлгө алып, артабан өлкәндәр юлын дауам итеүсе йәш быуын республика, ил үҫешенә тос өлөш индергән ныҡлы терәк һәм таяныс.

Автор фотоһы. 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ:

- Беҙ элеккесә сәнәғәт производствоһында, инвестициялар, эшҡыуарҙарҙың әүҙемлеге буйынса алдынғылар рәтендә. Бөгөн иҡтисади фронт еңеү өсөн мөһим.

 

Ғәлиә Кәримова, райондың "Һуғыш балалары" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе:

- Мәләүез химия заводы район, республика, Рәсәйҙең тотороҡло үҫешенә тос өлөш индергән предприятиеларҙың береһе. Ил иҡтисады тотороҡлолоғо тап шундай көслө, ҡеүәтле ойошмаларға бәйле.

Мәләүездең һоҡланғыс кешеләре
Мәләүездең һоҡланғыс кешеләре
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас