

"Эксперименттың маҡсаты— ҡала мөхитендә автономлы системаларҙың һөҙөмтәлелеген, иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын һәм адаптивлығын объектив баһалау», - тип билдәләнә хәбәрҙә. Йыйыусы роботтарҙың һаны аныҡланмай.
Әгәр робот таҙартыуҙы һынап ҡарау уңышлы булһа, Өфө Рәсәйҙең автономиялы системаларҙы бөтә ерҙә ҡулланасаҡ тәүге ҡалалары иҫәбендә булыуы ихтимал. Билдәләнеүенсә, йыйыштырыусы роботтар-«таҙалыҡ һәм тәртиптең яңы стандарты». Улар арымай, ауырымай һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй, һәм был ҡала урамдарынатаҙараҡ булырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ, хәбәрҙә күрһәтелгәнсә, автоматлаштырыу эш хаҡына сығымдарҙы, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыуҙы һәм эшһеҙлекте кәметә. Мэрия фекеренсә, буш аҡсаны «башҡа ҡала проекттарын — парктарҙы, транспортты, мәғарифты»үҫтереүгә йүнәлтергә мөмкин.