

Ауыл мәҙәниәт усағы етәксеһе Нәйлә Күсәрбаева балалар менән көнкүрештә һәм йәйге ял ваҡытында янғын хәүефһеҙлеге темаһына әңгәмә үткәрҙе. Шулай уҡ балаларҙың һыу ятҡылыҡтарында хәүефһеҙлек саралары тураһында ла һүҙ барҙы.
Хөрмәтле ата-әсәләр!
- Балаларға ут менән уйнау фажиғәгә килтереүен аңлатығыҙ;
- шырпы һәм зажигалкаларҙы ситкә алып ҡуйығыҙ;
- балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!