

Роза Миңлемулла ҡыҙы туғандары араһында бәләкәйҙән тырышлығы менән айырыла. Әсәһенән, бөгөн ауылдың ихтирамлы ағинәйе 98 йәшлек Рәхилә Хайбрахман ҡыҙынан, тапшырылған уға был сифат.
8-се класты тамамлағанда ҡыҙ үҙ аллы тормош юлын һайлаясағын аңлай. Туғандарынан айырылып, апаһы менән Мәскәү өлкәһенә юллана. Кинишма ҡалаһында туҡыма предприятиеһының иләү цехына эшкә урынлаша. Һуңғараҡ ошонда уҡ ике айлыҡ курс тамамлай. Еңел булмай, әлбиттә, сит ҡала, дөйөм ятаҡ, графиклы эш һәм көн оҙоно станок тауышы аҫтында эшләү. Әммә тырышлыҡ үҙенекен итә, оҙаҡ та үтмәй, ҡыҙ эш нескәлектәрен үҙләштереп, йөкләмәләрҙе арттырып үтәй башлай. Ике йыл дауамында яҡындары менән хат аша ғына аралаша, тыуған ауылына отпуск мәлендә генә ҡайта. Ошонда Саҡмағош егете менән танышып, ғаилә ҡора. Башҡортостан үҙенә тарта, әммә тормоштары килеп сыҡмай, ҡатын улы Риф менән Үрге Юлдашҡа әйләнеп ҡайта.
Сабыйын әсәһенә ҡалдырып, Роза Ишһарина Салауат исемендәге хужалыҡҡа һауынсы булып эшкә урынлаша. Колхоздың көслө, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп, социаль йөкләмәләрҙе үтәү өсөн бөтә көсөн һалған йылдар булып һаҡлана хәтер һандығында был осор. Юлдаш бүлексәһендә хеҙмәттәштәре Зифа Йәрмөхәмәтова, Фәниә Ишһарина, Мөнирә Мөслимова апайҙар хеҙмәт тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
-Төркөмдә 25-30 баш һыйыр, көнөнә ике тапҡыр һауабыҙ. Резина итек, һалҡын ферма, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамай, иртүк эщкә киләбеҙ. Хужалыҡ өлгөлө булды, бәлки, шуғалыр ҙа семинарҙар беҙҙә үтте. Республиканың төрлө районынан килгән ҡунаҡтар беҙҙәге эш алымын үҙләштерҙе. Беренселәрҙән булып, тап Салауат хужалығында һыйырҙы аппарат менән һауыу индерелде, санитария талаптарына талап юғары булды. Ауыр бидондарҙы күтәреп ташыныҡ, аҡсаһы түләнгәс, рәхәтләнеп эшләнек. Ғаилә ҡорғандарға етәкселек ярҙам итте. Йортон да төҙөнө, кәрәкле йыһазды сираттан тыш алыу мөмкинлеге лә булды. Роза Әлимова, Альмира Асҡарова, Вәсилә Мусина менән бергә эшләнек, бөгөн дә аралашып йәшәйбеҙ. 1982 йылда Радик Разин улы менән ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирҙек”,- тип тормош юлына байҡау яһаны хеҙмәт ветераны.
Тормош төрлө һынауҙар алдына ҡуйған уны, яҡынын,балаларын юғалтыу ғазабын да күргән. Бөгөн ике ҡыҙы Рәсимә һәм Рәйфә - уның төп терәге. Рәйфә әсәһенең юлын дауам итә, 15 йыл инде тормош иптәше Ирек Бикҡужин менән малсылыҡ тармағында эшләй. Рәсимәһе лә ауылда төпләнгән, оҙаҡ йылдар хужалыҡта, бөгөн Салауат ҡалаһына йөрөп эшләй.
-Етәксебеҙ Сибәғәт Ғәйнуллин “Өфөгә Салауат Юлаев орденын тапшырыу тантанаһына саҡыралар, мотлаҡ барырға кәрәк тигәс, юғалып ҡалдым. Шаяртыуҙыр тип ҡабул иттем. Бөтәбеҙ ҙә тырышып эшләйбеҙ, минең күрһәткес әллә ни артыҡ та түгел һымаҡ ине, тим. Машина менән алып барып, Өфөнө күрһәтеп алып ҡайттылар, бөгөн дә рәхмәт уҡыйым.
Районда үткән һабантуй оҡшай. Форсаты сыҡҡанда барырға тырышабыҙ. Шулай ҙа был байрам элекке асылын юғалтмаһын ине тигән уй менән ҡайтам. Төп иғтибар ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә, малсы, механизаторҙарға йүнәлтелһен ине. Бөгөн йәштәр еңел тормош эҙләй. Кеше үҙ яҙмышын үҙе туҡый, тырышығыҙ, эшләгеҙ, ярты юлда туҡталып ҡалмағыҙ. Ауылда йәшәү ауыр түгел ул. Мал аҫырап, ҡош-ҡорт үрсетеп, баҡса үҫтереп йәшәйек. Тир түгеп эшләгән аҡса ҡәҙерле лә, бәрәкәтле лә. Көҙгөһөн туғандар менән элеккесә ҡаҙ өмәләре үткәрәбеҙ. Ошолар барыһы ла тормоштоң мәғәнәһе инде”, - тип оҙатып ҡалды беҙҙе оҙаҡ йылдар юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән Роза Ишһарина.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.